Әйе, ул Рәшит Назаров. Рәшит Сәйетбаттал улы башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан таланты әҙип. Шиғриәт донъяһы уны бер мәлгә генә дөрләп янған ялҡынлы ҡосағына ҡыҫа ла, мәңгелеккә бушлыҡ упҡынына ташлай. Ғүмере уның атылған йондоҙҙай.
Шағирҙың исеме, образы бөгөн шиғриәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Риф Мифтахов та, күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтов та: «Рәшит Назаров башҡорт — шиғриәтендә иң яҡты йондоҙ» — , тинеләр. Ә бөйөк шиғриәт аҡһаҡалы Мостай Кәрим «Рәшит Назаров — иҫ киткес талантлы шағир», — тине. Байтаҡ күренекле әҙәбиәтселәребеҙ Р. Назаровты бөйөк талант эйәһе, йөҙәр йылға бер генә тыуа торған шағирҙарҙың береһе, тинеләр.
Рәшит Назаров 14 октябрь 2006 йыл вафат була...
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡом алдым йөрәгемде.
Һәм, йомарлап устарыма
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем,
Тик күрмәнең, ниңә, йәнем?
Һәм хурланып шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә.
Осто йөрәк, осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк...
Йәнем, Сыҡһаң тышҡа,
Таңын, ҡара көнсығышҡа.
Унда бер йондоҙ нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел, был минең йөрәк,
Тик ул инде бейегерәк...