РФ-тың Ҡыҙыл китабына индерелгән был ҡош Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик, субарктик, бер аҙ уртаса бүлкәттәрендә лә көн итә.
Донъяла барлығы 8-11 мең пар шоңҡар иҫәпләнә, уларҙың 3,5-5 мең пар тирәһе Рәсәй биләмәһендә йәшәй тип һанала.
Шулай уҡ донъялағы шоңҡарҙар дүрт ярымтөргә бүленә: аҡ шоңҡар (F. candicans), Исланд шоңҡары (F. islandicus), ябай йәки Норвег шоңҡары (F. hyrfalco) һәм ҡыҙыл шоңҡар (F. sacer).
Шоңҡар — ыласындар ғаиләһендәге иң эре, киң ҡанатлы һәм оҙон ҡойроҡло ҡош. Ҡарғанан байтаҡ ҙур. Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 48-60 см, ҡанаттарының киңлеге — 120-160 см, ата ҡоштоң ауырлығы — 1,3 кг-ға тиклем, ә инә ҡош 2,1 кг-ға тиклем тарта.
Ҡауырһыны ҡара таптар менән сыбарланған аҡһыл төҫтә. Түшендә, ҡорһағында — буйға һуҙылған ҡара сыбар таптар, ә ян-яғында эре арҡыры һыҙыҡтар урынлашҡан. Башы ҙур, йоморо. Аяҡтары — һары. Инә ҡош, йәғни әтәлге атанан эрерәк кәүҙәһе һәм дөйөм ҡара төҫө менән айырыла. Йәш ҡоштар уларҙан тағы ла ҡарараҡ, суҡыш алдары һәм аяҡтары күкһел һоро була.
Ҡор ҡарсығаһы шоңҡарға оҡшаш, ләкин шоңҡарҙың ҡанаттарында “биҙәк” эрерәк, ә ҡанаты ослораҡ була.
Шоңҡарҙың осоу тиҙлеге ҙур, ҡанаттарын киң ҡаға, ләкин кәйелеп осмай. Ултырғанда кәүҙәһен төҙ тота. Тауышы “ҡыйяҡ-ҡыйяҡ” булып яңғырауыҡлы ишетелә.
Шоңҡар — күсмә ҡош. Тундрала, урманлы тундрала, ҡаялы тауҙарҙа һирәкләп далаларҙа йәшәй.
Ояларын бер-береһенән алыҫ урынлаштыралар. Улар йылға буйындағы ҡалаларҙа, һирәк башҡа йыртҡыс ҡоштар ташлаған йә уларҙан тартып алынған ояларҙа була. Йылына бер тапҡыр бала сығаралар.
Таптар менән сыбарланған ҡара ҡыҙыл төҫтәге 2-4 йомортҡа һалып, май айында әтәлге уларҙы 28 көн дауамында баҫа. Ҡошсоҡтар аҡ мамыҡ менән ҡапланып донъяға киләләр, һуңынан уларҙың төҫө һорғолт аҡҡа әйләнә. 7 аҙнанан һуң ҡошсоҡтар ояларын ҡалдыра. Тәүге көҙ айҙарын бер оя балалары бергә үткәрә.
Шоңҡар көндөҙ һунар итә. Уның рационы ҡыр сысҡандарынан, ҡуяндарҙан, көйөлдөләрҙән, өйрәктәрҙән, шул иҫәптән ҡаҙ, торна кеүек эре ҡоштарҙан да тора.
Беҙҙең республикала шоңҡар көҙ-ҡыш айҙарында ғына, башлыса таулы төбәктәрҙә осрай. Беҙҙә оя ҡормай.
Элек беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шоңҡарҙы һунар өсөн күпләп ҡулға эйәлештергән. Быға бәйле йола, ауыҙ-тел өлгөләре халҡыбыҙҙа бар. Һунарҙа шоңҡар сөйөү тураһында тарихи яҙмалар бар.
Азамат Байрамғәлин.