Мнемотехника – ул хәтер күләмен нығытыуға һәм мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырыуға булышлыҡ иткән алымдар йыйылмаһы. Ул мәғлүмәттәрҙе ассоциация аша хәтерҙә ҡалдырырға өйрәтә.
Мнемотехника менән даими шөғөлләнеү хәтерҙе, иғтибарҙы, телмәрҙе яҡшырта, һүҙлек запасын арттыра, ижади һәләттәрҙе үҫтерә, фантазия ҡорорға өйрәтә.
Хәтер менән эшләгәндә ҡулланыла торған бер нисә алымды ҡарап үтәйек.
Тарихтар алымы. Асылы һүҙҙәрҙе ҡыҙыҡлы тарих аша бер-береһенә бәйләүҙән ғибәрәт. Ҡыҙыҡлы тарихты иҫтә ҡалдырыу 15-20 һүҙҙе ятлап ултырыуҙан күпкә еңелерәк. Иҫтә ҡалдыраһы һүҙҙәрҙән төҙөгән хикәйә ни тиклем мәрәкәрәк һәм хыялбайыраҡ булһа, шул тиклем хәтергә яҡшыраҡ бикләнәсәк. Был ысул әҙерлек талап итмәй, ижадкәрлекте күнектерә, ул күңелле һәм мауыҡтырғыс. Етешһеҙлеге берәү генә: ҙур күләмле текстарҙы хәтерҙә ҡалдырыу өсөн яраҡһыҙыраҡ.
Күнегеү: егет, айыу, бойҙай, бал ҡорто, йылға, таба, карауат, кәнфит, арба, ямғыр, аҡ сәскә, ялан, шатлыҡ, йыр, ҡәләм тигән һүҙҙәрҙе ятларға кәрәк ти. Ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып, хикәйә төҙөйбөҙ. Бына ошондайыраҡ бер нәмә килеп сыҡты ти: “Егет бойҙай баҫыуы эргәһенән китеп бара ине, артынан бер айыу эйәргәнен күреп ҡалды. Ни эшләргә? Яй ғына атлайым тигәйне, ҡаршыһына бал ҡорттары күсе килеп сыҡты, ә алдында йылға. Һыуға сумырға булғайны, ҡараһа, күс айыуға ябырылды. Айыу саптырып ҡасты, егет ҡотолдо. Өйөнә ҡайтты, табала ҡалған картуфты йылытты, кәнфит ҡабып, сәй эсте. Арбалы карауатына ятты. Рәхәт кенә итеп йоҡлап китте, төшөндә аҡ сәскәләр тулы йәмле ялан күрҙе, эсенә шатлыҡ тулды, йыр йырлап ебәрҙе, ҡәләм алып, һүҙҙәрен яҙып ҡуйырға булды”.
Сынйыр алымы. Образдарҙы бер-береһенә бәйләп иҫтә ҡалдырыу ысулы. Төшөнсәләрҙе мәрйен кеүек итеп бер-береһе артынан теҙергә кәрәк. Был алым еңел һәм уңайлы, ләкин сынйырҙың бер элементын онотһаң, тотош сынйырҙың иҫтән сығып осоуы мөмкин.
Күнегеү: төлкө, космонавт, ҡулса, алма, шахмат, уҡытыусы, Африка, һөт. “Төлкө скафандр кейгән (космонавтҡа оҡшатыу), танауына ҡулса таҡҡан, моронона алма ултыртҡан да африкалы уҡытыусы менән һөт эсә-эсә шахмат уйнай”.
Цицерон бүлмәһе алымы. Антик донъя ораторы Цицерон бер ваҡытта ла шпаргалка ҡулланмаған, телмәрендә иһә бик күп факттар, даталар, тарихи исемдәр ҡулланған. Сығышы алдынан ул өйө буйлап арлы-бирле йөрөр булған һәм телмәренең төп фекерҙәрен зиһенендә ошо өйҙөң эсенә урынлаштырған.
Асылы мәғлүмәт берәмектәрен таныш бүлмә эсенә билдәле бер тәртиптә теҙеп сығыуҙан тора. Артабан ошо бүлмәне иҫеңә төшөрәһең һәм фекерҙәрең дә төҙөк теҙмә булып хәтереңә килә.
Күнегеү: гөл, тәҙрә, стена сәғәте, өҫтәлдәге һыулы шешә һ.б. Сәғәт уғы хәрәкәте йүнәлешендә шулар араһында маршрут һалаһың. Һәр предметҡа мәғлүмәт йыйылмаһын беркетәһең. Мәҫәлән, шешәле һыуға – фотосинтезда һыу ҡатнашыуын, гөлгә – углекислый газ ҡатнашыуын, тәҙрәгә фотосинтездың яҡтыла барған һәм яҡтылыҡҡа бәйһеҙ фазаларын бәйләйһең
Был алым ҙур күләмле мәғлүмәтте хәтергә һалыша.