Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт ҡоролтайы Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташы» һәйкәлен ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һорай

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Башҡорт ҡоролтайының Башҡарма комитеты Ишембай районында «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексын төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорай. Кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.
«III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексын төҙөү өсөн символик нигеҙ ташы һалынғайны. Ләкин бөгөнгә проект тормошҡа ашырылмаған, — тип хәбәр итте Башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. — Ҡоролтай Радий Хәбировҡа «Торатау» геопаркын булдырыу тураһында Указды ғәмәлгә ашырыу буйынса эштәр планына «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексын төҙөүҙе индереү үтенесе менән хат ебәрҙе. Ойоштороу комитетының «Ырыуҙар ташы» һәйкәлен ҡуйыуҙы тиҙләтеүҙә ярҙам итеүен һорайбыҙ».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылда «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексының иң яҡшы проектына конкурсүткәрелгәйне. Скульптор Өлфәт Ҡобағошовтың эше иң яҡшыһы тип танылды. Уның композицияһы ҡурай сәскәһе рәүешендә эшләнгән, уртаһында — «Ырыуҙар ташы» монументы. Композиция башҡорт тирмәһе элементтарынан тора: өс алтын уҡ күккә олғашҡан. Уҡтар башҡорт халҡының тормош-көнкүрешендә киң ҡулланылған балаҫ, келәм, кейеҙҙе хәтерләткән башҡорт милли биҙәге менән биҙәлгән түңәрәк майҙанға беркетелгән. Майҙансыҡтың уртаһына гранит диуар ҡуйылған, унда боронғо орнамент формаһында башҡорт ырыуҙарының шәжәрәһе уйып яҙылған.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын 28-29 июндә Өфөлә һәм Ишембай районында уҙғарыу күҙаллана. Ҡоролтай Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән башҡорттарҙы йыя. Унда бөтәһе 750 делегат һәм ҡунаҡ ҡатнаша.

Читайте нас в