-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
17 Апрель 2019, 12:23

Башҡорт теленән диктант беренсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла

Акцияны үткәреү 18 майға билдәләнгән.

Быйыл башҡорт теленән диктант беренсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды шундай тәҡдим менән сыҡты. 4 апрелдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Акцияны үткәреү 18 майға билдәләнгән. Сараны әҙерләүҙә, ғәҙәттәгесә, Башҡорт дәүләт университеты ҡатнаша, уның биләмәһендә төп һәм телде яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн ике диктант майҙансығы ойошторола. Текстарҙы һәм уны уҡыусыларҙың кандидатураларын һайлау бара.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау, халыҡтың тел мәҙәниәте кимәлен күтәреү өсөн уҙғарыла.
Әлеге ваҡытта мәғариф министры Айбулат Хажин рәйеслегендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылған. Ойоштороу комитеты составында — Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова һәм башҡа рәсми кешеләр.

Читайте нас: