+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иң ҙур бәхет - балалар йылмайыуы.

25 июнгә тиклем һеҙ доньялағы иң изге, саф күңелле кешеләргә - балаларға шатлыҡ килтерә алаһығыҙ.

#БүләкбулһынАманат

"Аманат" республика балалар-үҫмерҙәр журналына 90 йыл тулыу айҡанлы, туғыҙ тиҫтә йыл буйына башҡорт балаларына милли аң нуры таратҡан журналдың яҙмышына битараф булмаған кешеләр араһында “Бүләк булһын "Аманат"! тип аталған изгелек акцияһы тамамланыуға бара.

Йөҙәрләгән күп балалы ғаиләләр, балалар 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына "Аманат"лы булды. Рәхмәт битараф булмаған ағай апайҙарға! Иң ҙур бәхет - балалар йылмайыуы. 25 июнгә тиклем һеҙ доньялағы иң изге, саф күңелле кешеләргә - балаларға шатлыҡ килтерә алаһығыҙ. "Аманат" журналына 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙҙырығыҙ!
Читайте нас: