-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
13 Август 2019, 12:22
Башҡорт гимназияһы директорына рәхмәт ҡәлимәһе
Өфө ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһы директоры Илһам Зинур улы Ғайсинға "Аманат"тың рәхмәт ҡәлимәһе!
Өфө ҡалаһының Дим районында урынлашҡан 102-се башҡорт гимназияһында башҡорт телең һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә күп эштәр башҡарыла. Был гимназия уҡыусылары республикала үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында, конкурстарында әүҙем ҡатнашалар. Урал батыр эпосын яттан һөйләүҙә лә еңеүсе был гимназияла белем ала.
Айырым урын гимназияның шаяндар һәм отҡорҙар командаһы “Етегән+бер” алып тора. Беҙҙең сайтта команданың
сығышын да ҡарай алаһығыҙ
.
Бөгөн иһә Өфө ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһы директоры Илһам Зинур улы Ғайсинға "Аманат"тың рәхмәт ҡәлимәһен башҡорт телендә сыҡҡан матбуғатты яҙҙырыуҙы һәм таратыуҙы ойошторғаны өсөн тапшырҙыҡ!
Афарин!
Илһам Зинур улы кеүек рухлы етәкселәр күберәк булһа халҡыбыҙҙың киләсәгә өмөтлө.
Өфөнөң
102-се башҡорт гимназияһы "Аманат" журналының сайтында (һылтынмалар):
22 апрель "Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәре һәм "Бәхетле" төркөмө егеттәре Өфөнөң 102-се Башҡорт гимназияһында осрашыу үткәрҙеләр.
"ШАЯНИУМ-2019". "ЕТЕГӘН+БЕР" КОМАНДАҺЫ
«СЕЛТӘР» СТУДИЯҺЫ АПАЙҘАРЫ ҠУНАҠҠА КИЛДЕ
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся