+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
13 Август 2019, 13:03

Силәбе башҡорттары өлкә үҙәгендә Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйырға тип проект тәғдим итте

Силәбенең «Текслер-2019» йәмғиәт инициативалары майҙансығында башҡорт ойошмалары берҙәмлеге рәйесе Рауил Әсәҙуллин Салауат Юлаевҡа һәйкәл урынлаштырыу проектың тәғдим итте.

Милли батырыбыҙҙың монументың Силәбенең Салауат Юлаев урамында урынлаштырырға уйлайҙар. Ҡаланың төньяҡ-көнбайыш яғынан ингән һәр береһен ҡаршы алып торасаҡ Салауат батыр.
Салауат Юлаев Рәсәй тарихында зур урын алып тора. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 164 мең башҡорттар өсөн ул бигерәк яҡын. Өлкәнең баш ҡалаһында милли батырыбыҙҙың һәйкәлең ҡуйыу тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерәсәк.
Әйтергә кәрәк, «Текслер-2019» йәмғиәт инициативалары майҙансығында башҡорт йәмәғәтселәренең тәғдиме матди яҡтан ярҙамға мохтажлығы юҡ.
«Уралым» гәзитенән. Силәбе ҡалаһы.

Читайте нас: