-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
16 Август 2019, 11:19

Башҡортостан Татарстан башҡорттарына туған телен өйрәнеүҙә ярҙам күрһәтә

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында һәм Туҡай районында йәшәгән алты меңгә яҡын милләттәшебеҙҙе ошо мәсьәлә бик борсой.

Башҡортостан Республикаһы Татарстан башҡорттарына башҡорт телен өйрәнеүҙә ярҙам күрһәтә. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында һәм Туҡай районында йәшәгән алты меңгә яҡын милләттәшебеҙҙе ошо мәсьәлә бик борсой. Кисә Радий Хәбировтың Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашыуындашул турала һүҙ барҙы.
Татарстан Республикаһының Башҡорт ҡоролтайы рәйесе һәм Түбәнге Кама ҡалаһының «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Ғәли Хәсәнов һүҙҙәренсә, элекке йылдарҙа мәктәптә уҡытыу башҡорт телендә алып барылған, ә һуңынан Йәкшәмбе мәктәбе ҡарамағына тапшырылған. Ләкин хәҙер күп кенә башҡорт ғаиләләре туған телен өйрәнергә теләүе тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Башҡорт телен өйрәнеүҙе тергеҙеү мәсьәләһе иң мөһимдәренең береһе булып тора. Статистика буйынса, Татарстан Республикаһында 13 726 башҡорт йәшәй, уларҙың күпселеге Яр Саллыла тупланған — 5904 кеше.
Татарстандың Башҡорт ҡоролтайы йәштәр менән эшләүгә ҙур иғтибар бүлә. Татарстан Республикаһының Башҡорт йәштәре ҡоролтайы үҙ проекттарын Татарстан халыҡтарының йәштәр ассамблеяһы составында тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта йәштәр ойошмаһы 80 башҡортто берләштерә, был эште Ҡазан университетының юридик факультеты студенты Лиана Илекәева алып бара.
«Ойошмала башлыса Татарстанға уҡырға һәм эшкә килгән башҡорт йәштәре. Беҙҙә, Татарстанда, IT өлкәһе ныҡ үҫешкән, шуға күрә йәштәр араһында программистар, шулай уҡ консерваторияларҙа белем алған мәҙәниәт вәкилдәре күп. Студенттар ҡалала юғалмаһын өсөн беҙ уларҙы берләштерәбеҙ. Башҡортса саралар уҙғарабыҙ, туған телебеҙҙә аралашабыҙ, был йәштәр араһында телде нығытыуға булышлыҡ итә», — тип һөйләне Лиана Илекәева «Башинформ» агентлығына.
Татарстан Республикаһының Йәштәр ҡоролтайы етәксеһе осрашыуҙың мәғлүмәтле һәм перспективалы булыуын билдәләне.
«Сара биҡ оҡшай, аныҡ маҡсаттар күренә. Барлыҡ төбәктәрҙең вәкилдәре үҙҙәренең проблемалары менән уртаҡлашты, беҙҙе тыңланы һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Өҫтәүенә беҙҙе милли кейемдәр һәм дәреслектәр менән тәьмин итеү өсөн грант алыусылар иҫәбенә индерҙеләр», — тине Лиана Илекәева.
Читайте нас: