Башҡортостан мәктәптәре биш көнлөккә күскәс, уҡыусыларға аҙнаһына ике көн ял итеү мөмкинлеге тейҙе. Кем нисек үткәрәлер, ә бына Тимур ауылға барам тип йән атып тора. Үҙе ҡалала торһа ла, ата-бабалары ерендә - Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында уға ныҡ оҡшай. Тик ул ял итергә түгел, ә туғандарына ярҙам итергә ашыға. Үткән ял көндәре ул бәрәңге һәм ашҡабаҡ йыйыштырышты. Ҙур ашҡабаҡтарҙы арбаға тейәп, ҡыуана-шатлана эшләне. Шулай ҙуҡ ул кош-ҡорт, мал да ҡараша.