+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
20 Сентябрь 2019, 14:43

Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫөндә янасаҡ

Был акция Республика көнөндә - 11 октябрҙә үтәсәк.

АҠШ-тың Нью-Йорк штаты һәм Канаданың Онтарио провинцияһы араһында урынлашҡан Ниагара шарлауығы донъялағы иң матурҙарҙан һанала. 11 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 10-да бында бик шәп күренеш буласаҡ - шарлауыҡты яҡтыртҡан уттар Башҡортостан флагы төҫөндә зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтә янасаҡ. Июллюминация беҙҙеңсә ваҡыт менән 12 октябрҙең иртәнге сәғәт 7-лә үтәсәк.


Был акцияға Канада башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәриҙә Сәмерхәнова нигеҙ һалған. Уның тәҡдименә шарлауыҡтың хакимиәте ризалашҡан.


Шарлауыҡты дәүләт флагы төҫөндә яҡтыртыу тәжрибәһе Татарстанда бар. Быйыл 30 августа күршеләр шулайтып үҙҙәренең суверенитет алыуҙарын байрам иткән.

Фото: ИА "Башинформ"

Источник: ИА "Башинформ"
Читайте нас: