-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
22 Сентябрь 2019, 13:47

ХАЛЫҠ ШАҒИРЫНА - ХАЛЫҠ ФИЛЬМЫ!

21 сентябрҙә баш ҡаланың "Шатлыҡ бар" исемле кафеһында режиссер Булат Йосоповтың Рәми Ғарипов тураһында төшөрөләсәк "Шағир көндәлеге" фильмы исем туйы үтте.

Кисәгә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназияһын төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылары килде. Ижад төркөмө үҙенең маҡсаттары менән таныштырҙы - республика тарихында беренселәрҙән булып крауфандинг платформаһында халыҡ фильмы төшөрөү.


Рәми Йәғәфәр улының үҙенең туған теле - башҡорт теле өсөн янып-көйөп йөрөгән билдәле көрәшсе икәнен бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Башҡорт матбуғат яҙмаларын һаҡлап ҡалыу өсөн митингылар ойоштороусы икәне лә билдәле. Уның иҫтәлегенә беҙ бөтәбеҙ бергә нәфис фильм төшөрә алабыҙ. Эйе! Бөтәбеҙ бергә!


Рәсәй кино тарихында бындай фильм бар - "28 панфиловсы". Илебеҙ республикалары араһында ошоноң кеүек проектҡа әле бер кеме лә тотонғаны юҡ.


Беҙ - беренселәр! Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Фото: vk.com
Читайте нас: