+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
25 Сентябрь 2019, 14:44

Һөйөклө уҡытыусым Резеда Мирза ҡыҙы!

Октябрь башында беҙ үҙебеҙҙе уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләйәсәкбеҙ. "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА үҙенең хөрмәтле уҡытыусыһы Резеда Мирза ҡыҙы Шәмсетдинова тураһында йылы хат яҙып ебәргән. Беҙ ул хатты һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

Октябрь башында беҙ үҙебеҙҙе уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләйәсәкбеҙ. "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА үҙенең хөрмәтле уҡытыусыһы Резеда Мирза ҡыҙы Шәмсетдинова тураһында йылы хат яҙып ебәргән. Беҙ ул хатты һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.
Уҡытыусы... Ниндәй бөйөк һүҙ ул?! Уҡытыусы – ул һине ғилем донъяһына индереүсе икенсе әсәй. Һинең кескәй генә күңелеңә аң-белем биреүсе, тәүге еңеүҙәрең, тәүге уңыштарың, тәүге ҡайғы-хәсрәттәрең менән дә уртаҡлашыусы, насар уйҙан, яман ҡараштан арындырыусы. Оло тормошҡа баҫтырыусы ла ул.
Һәр кемдең тормошта үҙенең яҡын күргән уҡытыусыһы була. Минең шундай кешем – Резеда Мирза ҡыҙы Шәмсетдинова. Ул 1966 йылдың 2 декабрендә Бөрйән районы Байназар ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 1984 йылда мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтының башланғыс синыфтар педагогикаһы һәм методикаһы факультетына уҡырға инә. Тырышып уҡып диплом алғас бер йыл Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәңғәт гимназияһында эшләргә тура килә. Аҙаҡ Байназар мәктәбендә 30 йыл уҡыусыларға белем бирә. Ул тырыш хеҙмәте өсөн "Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы" һәм "Рәсәй мәғарифының почётлы хеҙмәткәре" исемдәрен йөрөтә.
Уҡытыусы кеше һәр яҡтан өлгө булырға тейеш тиҙәр. Ысынлап та, был һүҙҙәр Резеда Мирза ҡыҙы тураһында әйтелгән кеүек. Ул – бөтә яҡлап та уңған кеше. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тора. Уҡытыусымдың һәр дәресе минең өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ине.
Резеда Мирза ҡыҙы менән әңгәмәләшеү ҙә – үҙе бер ҡыуаныс. Мин уҡытыусыма үҙемде ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорауымды бирҙем.
– Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ? Берәйһе кәңәш бирҙеме?
– Байназар мәктәбен 1984 йылда тамамлағас бухгалтер һөнәрен алыу теләге булһа ла,әсәйем кәңәше буйынса педагогия институтына барҙым. Ни тиһәң дә, мәктәптә уҡыған йылдарымда бөтә предметтарҙы ла берҙәй яратып өйрәндем, һүрәт төшөрөү, музыка, ҡул эштәре менән булышыу ҙа оҡшай ине миңә.
– Был һөнәрҙе үҙләштереүе һеҙҙең өсөн ауыр булдымы?
– Ғөмүмән, уҡытыусы хеҙмәтенең нескәлектәрен аңлап үҫкәс, институтта уҡыу йылдары минең өсөн теоретик әҙерлек осоро булараҡ иҫтә ҡалды. Тормош юлымда гел яҡшы кешеләр осрап тороуы өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Институтта уҡытҡан остаздарым Мазанов Юрий Николаевичты,Пурик Эльза Эдуардовнаны, Прыжанков Валерий Григорьевич, Шихова Татьяна Михайловнаны әле лә һағынып оло хөрмәт менән иҫкә алам.
– Ни өсөн йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы һөнәрен һайланығыҙ?
– Йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих уҡытыусыһы булып китеүем осраҡлы булды. Тормош бит ҡайһы саҡта һынауҙар алдында ла ҡалдыра әҙәм балаһын, шундай осорҙа миңә һөнәр үҙгәртеп һәм икенсе белем алырға тура килде. Был үҙгәреште еңел кисерҙем, тип әйтә алмайым. Сөнки тәрән белемле булмаһаң, был фәнде уҡытыу мөмкин түгел. Шуға күрә мин дә ҡомһоҙланып үҙ аллы уҡырға керештем, тарих фәненә баттым, тиһәм дә булалыр. Бигерәк тә һәр дәрестә балаларға тыуған төйәгебеҙ тарихы буйынса өҫтәмә мәғлүмәт бирергә тырыштым. Ошо йүнәлеш әле лә күңелемде өйкәп тик тора. Күҙ алдыбыҙҙа дәүерҙәр алмашына, ә беҙ шул дәүерҙең тере шаһиттарын юғалта барыуыбыҙҙы аңламайбыҙ. Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы ул дәрес биреүсе генә түгел, ә бала күңелендә үткәндәр һәм бөгөнгө тормош араһында күпер һалыусы һәм тормошҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләүсе булырға тейештер.
– Уҡыусыларға ниндәй кәңәштәр бирер һәм теләктәр теләр инегеҙ?
– Минеңсә, хәҙерге балаларға үҙаллылыҡ етешмәй.Шуға күрә ниндәйҙер әҙер нәмәләрҙе көтәләр, ниңәлер еңел генә табыла торған уңышҡа өмөт итәләр. Әлбиттә, тормошто еңеләйтә торған әйберҙәр күп ул. Ләкин уларын да эшләп табырға кәрәк. Уҡыусыларға шуны әйтер инем: мәктәп йылдары – һәр балаға үҫеш мөмкинселеге биргән осор ул. Шуға ҡурҡмаҫҡа, көтмәҫкә, ә һәр төрлө эшкә тотоноп, үҙеңде һынап ҡарарға кәрәктер. Хатта оҡшамаған эштә лә тырышлыҡ кәрәк. Тик шулайтып ҡына ихтыяр көсө, рухи ныҡлыҡ тәрбиәләнә. Тик мәктәп йылдарында ғына һинең яныңда кәңәшсе, ярҙамсыларың – уҡытыусыларың, атай-әсәйең бар. Уларҙы тыңла, хөрмәт ит, кәңәштәрен һора. Һин яңғыҙ түгел. Тормошҡа асыҡ күңел менән ҡара. Һинең яныңда матур, бәхетле, аҡыллы кешеләр күп. Бер ваҡытта ла юғалып ҡалма, һин – иң лайыҡлы кеше. Бөтәһен дә булдырырһың,бирешмә!
Уҡытыусыма ниндәй генә теләктәр теләһәм дә әҙ булыр кеүек. Минең күңелемдә йәмғиәтте өйрәнеү фәненә ҡарата һөйөү уятыуы һәм белем биреүе өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен! Резеда Мирза ҡыҙына оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә бәхете һәм әлегеләй көләс йөҙлө, яғымлы булып ҡалыуын теләйем!
Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА, "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: