+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
9 Октябрь 2019, 11:32

"ТЕЛЕГЕҘҘЕҢ, МӘҘӘНИӘТЕГЕҘҘЕҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛЕП ЙӘШӘГЕҘ!" Ноғман Мусин.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында, экологик сара "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман МУСИН менән осрашыу ойошторолдо.

Халыҡ яҙыусыһы уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән гимназия йортонда ҡарағай ағастарын ултырттып, коллектив әҙерләгән асыҡ дәресте ҡарап, үҙе ижад иткән эшәтренә балалар менән тағы ла күҙ һалды.


Ноғман ағай үҙенең тормошо, эшмәкәрлеге, ижады менән уртаҡлашты. Уҡыусылар биргән һорауҙарға яуап ҡайтарҙы.


"Ошо изге йорттоң асыу көнө хәтерҙә. Был мәктәпте асырға тулы халыҡ килде. Кешеләр балаларын эйәртеп килтерҙеләр. Бергәләп, күмәкләп килдек. Сөнки ул ваҡытта Өфөлә берҙән бер башҡорт мәктәбе ине. Шуның өсөн ошо уҡыу йортоноң асылыуы ғәжәп ҙур байрам ине. Эйе, тағы бер нимәне онотмаҫҡа кәрәк, был мәктәпте асыу өсөн бер-нисә йылдар көрәш барҙы. Йәнен -тәнен аямай мәктәпте астырам тип йөрөгән атай-әсәйәҙәр булды..... Уларға еңелдән булманы әлбиттә. Ул йылдарҙа, башҡорт теленең тәмен, ҡәҙерен белер өсөн үҙебеҙҙең балаларҙы ауылдарға алып ҡайта торған инек. Өләсәй, олатайҙары менән аралашып, телебеҙгә һөйөү уята торған инек. Сөнки ул саҡта башҡорт балалары араһында рус мәктәптәрендә уҡып телебеҙҙе онотоп барған уҡыусылар ҙа бар ине. Төрлө юлдарҙы эҙләп үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡларға тырыштыҡ. Бер теләгем һеҙгә балалар: телегеҙҙе, мәҙәниәтегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ. " - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Ноғман ағай.


Башҡорт иленең бөйөк шәхесе Ноғман Мусиндан бер кем дә айырылаһы килмәне. Дәрестәр тамамланһа ла балалар янына килеп, уның менән аралашыуҙы дауам иттеләр. Ул да бит уҡыусыларҙы һөйөп, яратып, хәлдәрен белеште, уҡыуҙары һәм тормоштары менән ҡыҙыҡһынды.


Шулай уҡ сарала Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы рәйесе, Республикабыҙҙың дәүләт йыйылышы депутатаы Зәки Арыҫлан улы Әлибаев та ҡатнашты.


Ошо сараны ойоштороусы Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзына, атай-әсәйҙәргә, һәм уҡытыусылар коллективына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.


Фәһемле осрашыу балалар күңелендә юйылмаҫлыҡ булып оҙаҡ йылдарға һаҡланасаҡ.

Читайте нас: