+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
29 Октябрь 2019, 00:27

Башҡортостан мәктәптәренән «зарарлы» тәм-томло автоматтарҙы тартып алыуҙары ихтимал

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин бөгөн оператив кәңәшмәлә тәм-томдар һәм шоколадтар һатылған автоматтарға ҡаршы сығыш яһаны.

Уның һүҙҙәренсә, тикшереү һөҙөмтәләре ошондай автоматтарҙағы продукция калориялылыҡ нормаларына һәм яраҡлылыҡ ваҡытына тап килмәүен күрһәтте.
Автоматтарҙағы тәм-томдар балаларҙың аппетитын бөтөрә һәм ҡайнар аш менән туҡланыуҙың кәмеүенә килтерә, тип билдәләне Айбулат Хажин. Ата-әсәләр ҙә автоматтарға йыш зарлана, тип өҫтәне ул.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров халыҡтың автоматтарҙы тартып алыуға ҡарашы төрлөсә булыуы мөмкин, тигән фекер белдерҙе.
Һөҙөмтәлә оператив кәңәшмәлә автоматтарҙың хужалары менән уларҙы балалар өсөн файҙалы аҙыҡ-түлек һәм эсемлек менән тултырыу мөмкинлеген тикшерергә хәл иттеләр.
Читайте нас: