+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
22 Ноябрь 2019, 19:20

Радий Хәбиров «дельфинарий» буйынса асыҡ тыңлауҙарҙы тәнҡитләне

Уның фекеренсә, бер яҡтан, балалар өсөн ял үҙәге булдырырға кәрәк, ләкин икенсе яҡтан, Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, «шау-шыу» тыуҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә дельфин терапияһы үҙәге төҙөлөшө менән бәйле хәлгә аңлатма бирҙе. Уның буйынса йәмәғәтселек тыңлауҙары 15 ноябрҙә үтте. «Тыңлауҙарҙың шул рәүешле уҙыуы — ҡот осҡос. Был ахмаҡлыҡ», — тине республика етәксеһе.
Уның фекеренсә, бер яҡтан, балалар өсөн ял үҙәге булдырырға кәрәк, ләкин икенсе яҡтан, Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, «шау-шыу» тыуҙы.
«Проекттың инициаторы миңә килде, ул океанариум проекты ине. Мин республикаға аҡса менән килгән һәр кем яҡлымын, әммә мин дә хайуандарҙы яратам, иректә йәшәмәүҙең ҡыйын икәнен аңлайым. Ләкин океанариумда океанда тотолған дельфиндар түгел, ә бындағы шарттарҙа үҫтерелгәндәре булыр тип уйлайым, — тип хәбәр итте республика етәксеһе. — Беҙҙең «фейсбук» берләшмәһе бик тынысһыҙ. Үҙҙәрен күрһәтеү һәм «хайп күтәреү» теләге көслө», — тип аңлатма бирҙе Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе низағты хәл итеү өсөн ниндәй саралар күрелергә мөмкинлеге тураһында һөйләне. Бындай ихтыяж бар икән, әүҙемселәр Өфө мэры Өлфәт Мансур улы менән осраша һәм һөйләшеп килешә ала, тип билдәләне ул.
Бынан алда «Башинформ» Өфөлә абилитация үҙәге төҙөлөшө буйынса асыҡ тыңлауҙар уҙыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: