Телем, телем, телгенәм,
Әсәм кеүек бергенәм,
Өйрәтә ул гел миңә
Күп нимәне белергә.
Туған телемдә һөйләйем,
Моңло йырҙар көйләйем,
Туған телемдә уйлайым,
Йыһандарҙы буйлайым.
Бәхетлемен – үҙ телем бар,
Бәхетлемен – илем бар,
Мин һөйләшкән башҡорт теле
Иң матуры – шуны бел!
Һин – быуаттар аша килгән
Хазина һәм аң-белем.
Мин һөйләшһәм – һин тереһең,
Ҡәҙерле туған телем!
Бик серләшкең килһә Ерем менән,
Һыйпап һомғол ҡайын һындарын,
Бик тибрәткең килһә, тәбиғәттең
Мең ауазлы сихри ҡылдарын,
Бының өсөн тәүҙә ишетә бел
Туған телдең серле һүҙҙәрен!
Шул ваҡытта халыҡ гәүһәрҙәре
ОЛО байрамыбыҙ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ менән ихлас тәбрикләп, ошо шиғырымды БҮЛӘК ИТӘМ, дуҫтарым! Бергә булһаҡ һәм һәр ерҙә лә телебеҙҙе яңғыратып торһаҡ - беҙ КӨСЛӨ, беҙ БАР!!!