-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
4 Ғинуар 2020, 11:58

Беҙҙең халҡыбыҙ һәр бер бөртөк башҡорттан тора

"Бер ваҡыт был ерҙәрҙә мин дә булмаҫмын. Бик күп йылдар үтеү менән дә башҡорт телендә һөйләшһәләр, тимәк мин бушҡа йәшәмәгәнмен..."

Һаумыһығыҙ Башҡорт ир - егеттәре һәм ҡатын - ҡыҙҙары! Барығыҙға ла именлек - һаулыҡ, ғаиллә бәхете, тормошоғоҙҙа уңышлыҡтар, эштәрегеҙҙә бәрәкәттәр насип итһен. Имен - аман ғына, һау - сәләмәт ғинуар айына ла аяҡ баҫтыҡ. Аллаһҡа шөкөр. Йәғни үҙ телебеҙҙә әйтһәк һыуығай була. 12 айҙың да башҡортса үҙ атамаһы бар. Башҡорттарым! Беҙҙең халҡыбыҙ һәр бер бөртөк башҡорттан тора. Йәғни минән, һеҙҙән, туғандарҙан, таныштарҙан... Был бер кемдә инҡар итә алмаған хәҡиҡәт. Бик боронғо дәһшәтле заманаларҙа беҙҙең ҡыйыу һәм башлы ата бабаларыбыҙ бер төптән берләшеп Башҡорт Иле төҙөгәндәр. Һәм төрлөсә һөйләшкән ырыуҙар уртаҡ тел ҡабул иткәндәр. Йәғни әле беҙ һөйләшкән башҡорт теле. Бар ғүмерен һәм ижадын яратҡан халҡына арнаған бөйөк шағирыбыҙ Рәми ағай, теле юҡтың иле юҡ тип аманат әйтеп ҡалдырған. Эйе беҙҙең һандуғас моңондай матур телебеҙҙең киләсәге һәр беребеҙгә туп тура бәйләнгән. Дөрөҫ һәм таҙа итеп һөйләшәйек һәм яҙышайыҡ. Телефондарға бөгөндән үк башҡорт хәрефтәрен ҡуйҙыртайыҡ. Бөтәбеҙҙә һандуғастың моңло һайрауын яратабыҙ. Ә берҙә ҡарға ҡарҡылдағанын түгел. Беҙҙең телебеҙ бер телдән дә кәм түгел. Беҙ ни хәтлем дөрөҫ һәм матур һөйләшһәк, шул хәтлем телебеҙҙе лә, үҙебеҙҙе лә ихтирам итәсәктәр. Быйылғы йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Бөтәһе лә тик үҙебеҙҙән тора. Бер йылды ғына түгел, ә барлыҡ ғүмеребеҙҙе ғәзиз башҡорт телен һаҡлауға, яҡлауға һәм үҫтереүгә арнайыҡ. Яҙмамды Рәми ағайҙың ялҡынлы һүҙҙәре менән түңәрәкләйем. "Бер ваҡыт был ерҙәрҙә мин дә булмаҫмын. Бик күп йылдар үтеү менән дә башҡорт телендә һөйләшһәләр, тимәк мин бушҡа йәшәмәгәнмен..."
Читайте нас: