+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
20 Ғинуар 2020, 15:23

Бразилия алыҫ булһа ла итен беҙҙең уҡыусылар ашай

Әйтергә кәрәк, 2017 йыл Россельхознадзор Бразилиянан ит алыуҙы ҡәтғи тыйған ине.

Ни өсөн тыйған? Сөнки был илдән килгән иттә зарарлы уҫтереү симуляторҙары ҡулланғанын тапҡандар ине. Бер йылдан һуң тик туғыҙ Бразилия ауыл хужылығы ойошмаларына ғына Рәсәйгә импортҡа рөхсәт бирелде.
Республика мәктәптәрендә Бразилия иттәрен балаларға ашатҡанын Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә асыҡланды. Кушнарен районы уҡысыларын тик Бразилиянан килгән ит менән туҡландырғандар икән. Өфө районында ла Башҡортостанда етештерелмәгән ит менән тәьмин ителә.
– Ошондай итте беҙҙең балаларға ашаталар. Мин был турала тағы күпме тапҡыр ҡабатларға тейешмен? Контроль идаралығы тағы бер тапҡыр тикшереп сыҡһын, – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостандын бүтән район-ҡалаларында тик республикала ғына етештерелгән ит ашаталар.
фото: ИА "Башинформ"
Читайте нас: