+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
22 Ғинуар 2020, 17:31

Почтальон егерме кешене үлемдән ҡотҡарған

Һүрәттәге апайҙың исеме Эльвира Шәйәхмәтова. Ул Межгорье ҡалаһында почта ташыусы булып эшләй. Ошо көндәрҙә ул бер йортҡа гәзит-журнал килтергән һәм подъезға ингәс, икенсе ҡатта төтөн сығыуын күреп ҡалған, ҡысҡырған тауыштар ишеткән...

Эльвира юғалып ҡалмаған, ҡаттар буйлап йүгереп йөрөп, һәр фатирҙың ишегенә шаҡыған һәм кешеләргә тиҙ арала тышҡа сығырға ҡушҡан. Икенсе подъезда ауыр сирле пенсионер йәшәгәнен иҫенә төшөрөп, Эльвира шунда йүнәлгән һәм яңыраҡ операция эшләтеү сәбәпле үҙ аллы йөрөй алмаған инәйгә сығырға ярҙамлашҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Эльвираға ҡыйыулығы өсөн рәхмәт белдерҙе. БР Башлығы Радий Хәбиров иһә батыр почтальонға дәүләт наградаһы тапшырыу тәҡдим ителәсәк тип белдерҙе һәм "беҙҙең ваҡыттың ысын геройы" тип социаль селтәрҙәрҙә пост яҙҙы.
«Я уже дал поручение представить Эльвиру Шаяхметову к государственной награде. На вручении мы с ней встретимся, и я лично поблагодарю её за этот смелый поступок, пожму руку. Берегите себя!», — тигән унда Радий Хәбиров.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: