0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
27 Февраль 2020, 12:33

Тиҫтерҙәрең ижады

Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Илүзә Айытбаеваның ижады.

Байрам менән
Бына етте матур байрам,
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың көнө.
Һигеҙенсе мартты һәр ҡыҙ,
Яратып ҡаршы алды.

Әсәйҙең янына барып,
Байрам менән ҡотланым.
“Рәхмәт, ҡыҙым, һине лә,”-тип,
Йылмайып ул ҡараны.

Айытбаева Илүзә. 7-се синыф уҡыусыһы. Бөрйән районы Байназар ауылы.
Яҙ етте
Яҡты, йылы нурҙар менән,
Март айы аяҡ баҫты.
Ҡарҙар иреп, һыу ташыуға,
Аҙ ғына ваҡыт ҡалды.

Хәҙер генә шәреләр ҙә,
Аяҡ аҫтында булыр.
Хәҙер генә ҡар аҫтынан,
Беренсе сәскә атыр.

Айытбаева Илүзә. 7-се синыф уҡыусыһы. Бөрйән районы Байназар ауылы.
Читайте нас: