+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә коронавирус арҡаһында поликлиниканы эшкәрткәндәр

Ҡытайҙа уҡып йөрөгән Өфө ҡыҙы Көньяҡ Корея аша ҡайтҡан да ауырып киткән.

Тән температураһы күтәрелгәс поликлиникаға барған. Табиптар ҡыҙҙа коронавирус эләктергән тип инфекция дауаханаһына оҙатҡан. Шунда уҡ поликлиниканы ябалар һәм санитар-эпидемиологик хеҙмәт вәкилдәрен саҡырталар. Пациенттар һәм табибтар сыҡҡас та поликлиниканы ентекләп эшкәртәләр. Әйткәндәй, ҡыҙҙың һаулығына бер ни ҙә янамай. Тик киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) менән сирләүе асыҡланған.
Бөгөн Көньяҡ Корея менән дә авиабәйләнеш ябыҡ.
Фото: скриншот bash.news. Өфө поликлиникаһын эшкәртәләр.
Видео: Нисек Ҡытайҙа коронавирустан һаҡланалар?
Читайте нас: