-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда 48 кеше, KOVID-19 йоҡтороуҙа шикләнеп стационарға урынлаштырылды. Шуларҙың һигеҙе – балалар

Уҙған тәүлектә ҡыҙыу бәйләнешкә республикала йәшәүселәрҙән 606 шылтыратыу килде. Кисә 304 ине.

Бөгөнгө иртәнге брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин төбәктә раҫланған KOVID-19 коронавирус инфекцияһы юҡ тине. Аллаға шөкөр!
Уҙған тәүлектә ҡыҙыу бәйләнешкә республикала йәшәүселәрҙән 606 шылтыратыу килде. Кисә 304 ине.
Ҡыҙыу бәйләнеш телефондарын иҫкә төшөрәбеҙ: 8 (347) 286-58-27, 8(347) 279-91-20
Республика башлығы ҡушыуы буйынса, көн һайын иртән һәм кисен брифингтар үткәрелә. Киләһе брифинг киске сәғәт 8-ҙә башлана.
Правительство Российской Федерации запустило сайт стопкоронавирус.рф
Рәсәйҙә 114 кешелә KOVID-19 коронавирус инфекцияһы табылған. 5 кеше һауыҡҡан. Башҡортостанда был вирус менән сирләуселәр юҡ.