+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Табиптарҙың балалары флешмоб ойошторған

Пандемия ваҡытында кешеләргә өйҙә ҡалырға ҡушылған, ә табиптарһыҙ был вирус менән көрәшеп булмай.

Шуға ла табиптарҙың балалары #МойРодительГерой тигән онлайн флешмоб иғлан иткәндәр. Балалар өйҙә ҡалырға ризалыҡ белдереп үҙҙәре эшләгән плакат тотоп фото төшәләр ҙә интернетҡа һалалар. Шулай уҡ ата-әсәләре кем булып эшләгәнен дә өҫтәп яҙалар.
9 йәшлек Володя:
Минең атайым – хирург. Уның эше бик күп, ләкин беҙ бергә булғанда ваҡытты шәп үткәрәбеҙ. Футбол яратабыҙ.
8 йәшлек Аня:
Минең әсәйем – медсестра. Эштән ныҡ арып ҡайта. Әсәйем менән күңелле. Беҙ бәлештәр бергә бешерәбеҙ һәм мин һауыт-һаба йыуырға ярҙам итәм.
Балалар уларҙың инициативаһы аша йәмғиәттә табиптар медиктар ғына түгел, ә ата-әсәйҙәр. Өйҙә уларҙы яратҡан балалары көтә.
Читайте нас: