+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
2 Апрель 2020, 00:18

Вахтала булған яҡташтарыбыҙ ҡайта алмай ята

Вахталар алмашынған саҡта төбәккә COVID 19 вирусы килеп инеүенән ҡурҡалар. Ә өйҙә бала-сағалары талпынып көтә...

Башҡортостандан Себер яҡтарында вахтала эшләүселәр бихисап. Тулы үҙизоляция режимы арҡаһында төбəктəр сиктəрен япты. Вахталар алмашынған саҡта төбәккә COVID 19 вирусы килеп инеүенән ҡурҡып меңəрлəгəн вахтасының ҡайтыу юлы ла ябылды, ə хеҙмəт вахтаһы тағы бер-нисə айға оҙайтыла. Был мəжбүри аҙым ти етәкселәр. Бөгөндән төбəк-ара тимер юлы һəм авиа бəйлəнеш туҡтатылды. Автомобилдə хəрəкəт итеү ҙə тыйылған. Ялда булғандар əлеге ваҡытта эшкə бара алмаясаҡ.
Фото: drive2.ru
Читайте нас: