-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
10 Апрель 2020, 21:03

Рамаҙан айы пандемия арҡаһында нисек үтәсәк?

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин ҡайһы бер сикләүҙәр менән уҙғарыла тип хәбәр итте

Башҡортостанда яҡынлашып килгән Рамаҙан айы мосолмандар өсөн ҡайһы бер сикләүҙәр менән уҙғарыла: тәрәүих намаҙҙары һәм ифтарҙар булмай, йолаларҙы өйҙә башҡарырға мөмкин. Мосолман ҡанундары был осраҡта боҙолмай — тине Айнур Бирғәлин "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына.
Мәсеткә килеп, ишек шаҡырға һәм эскә инеү өсөн мөмкинлек эҙләргә кәрәкмәй. Бында диндарлыҡ юҡ. Башҡортостанда бөтә мәсеттәр ҙә ябыҡ. Йома намаҙҙары уҙғарылмай. Манаранан диндарҙар аҙан һәм үҙизоляция тәртибен үтәргә саҡырыу яңғырай.
Читайте нас: