-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
10 Сентябрь 2020, 19:48

Республиканың ЮХХДИ юл фажиғәләрендә һәләк булған һәм йәрәхәтләнгән балаларҙың һанын атаны

Ағымдағы йылдың һигеҙ айы мәғлүмәттәре буйынса, республикала балалар ҡатнашлығында 257 автомобиль аварияһы теркәлгән, һөҙөмтәлә 276 бала зыян күргән.

Башҡортостандың ЮХХДИ юл фажиғәләрендә һәләк булған һәм йәрәхәтләнгән балаларҙың һанын атаны. Ағымдағы йылдың һигеҙ айы мәғлүмәттәре буйынса, республикала балалар ҡатнашлығында 257 автомобиль аварияһы теркәлгән, һөҙөмтәлә 276 бала зыян күргән, тағы туғыҙы яҡты донъя менән хушлашҡан. Ошо осорҙа юлдарҙа бөтәһе 280 кешенең ғүмере өҙөлгән.

«Бер көндә, 8 сентябрҙә генә, бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында ете юл-транспорт ваҡиғаһы булған», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Тикшереү күрһәтеүенсә, балаларҙың 50,6% башлыса транспорт пассажиры булған саҡта йәрәхәтләнә. Әйтәйек, юл фажиғәләрендә ғүмере өҙөлгән туғыҙ баланың алтауһы — транспорт пассажиры.

Бер ай элек Башҡортостандың Ауырғазы районында Өфө — Ырымбур трассаһындағы бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә дүрт йәшлек ҡыҙ йән биргән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 16 августа кис көнө «ВАЗ-2115» водителе иҫерек килеш рулгә ултырып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Мерседес-Бенц» менән бәрелешкән. Шунан һуң илебеҙ еңел машинаһы «Датсун»ға барып төртөлгән. 59 йәшлек «ВАЗ» водителе Талбазы үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. «Датсун»дың 61 йәшлек пассажиры ла дауаханаға һалынған. Артта пассажир ултырғысында әсәһенең ҡулында китеп барған дүрт йәшлек ҡыҙ төнгә ҡарай реанимацияла үлгән.

Читайте нас: