+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
1 Октябрь 2020, 23:51

Республика көнөнә ҡарата #РеспубликамдыЯратам флешмобы башлана!

Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллеген данлаған акцияла барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Һеҙ республикабыҙҙың ниндәй иҫтәлекле урындарында булғанығыҙ бар? Матур урында фото төшөп, социаль селтәрҙәргә һалығыҙ. #РеспубликамдыЯратам #ЛюблюРеспублику хештегтарын ҡулланығыҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иң яҡшы фоторәсемгә конкурс иғлан итә. Иң күп лайыҡ йыйған рәсем авторын бүләк көтә.
Селфи эшлә йә торған урыныңды фотоға төшөр;
#РеспубликамдыЯратам #ЛюблюРеспублику хештегтарын ҡуй;
Фотоларҙы Бәйләнештә йә Инстаграмда сәхифәңә һал.
Иң сағыу һүрәттәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә урынлаштырырбыҙ.
Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың матурлығын бөтә донъяға күрһәтәйек, Республика көнөн билдәләйек!
Читайте нас: