+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
27 Октябрь 2020, 16:27

Апаһы һүҙҙәренсә, туғандары күрәҙәсе барған, ул иһә ҡыҙҙы ҡайҙалыр үҙ ихтыярына ҡаршы тотоуҙары ихтимал, тигән

Башҡортостанда туғандары бер аҙнанан ашыу инде хәбәрһеҙ юғалған йәш әсәне таба алмай

Башҡортостандың Белорет районында 20 йәшлек Лиана Абдуллина хәбәрһеҙ юғалған. Туғандары уны бер аҙнанан ашыу күргәне юҡ. Апаһы һөйләүенсә, ҡыҙ Ишле ауылынан Белоретҡа паспортын алмаштырырға килгән һәм юғалған.
«Ул Белоретҡа паспортын алмаштырырға килгәйне. Ике туған апайымда бер көн торған, шунан һуң йәнәһе лә Ишле ауылына ҡайтып киткән, ләкин юғалған, әлегә тиклем уның ҡайҙа икәнен белмәйбеҙ. Һигеҙ көн үтте. Тәүҙә телефоны һүнмәгәйне, хәҙер бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ, социаль селтәргә инмәгән, һуңғы тапҡыр үҙенең сәхифәһенә 21 октябрҙә инеп сыҡҡан, —тип һөйләне туғаны. – Бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырҙыҡ, бер кем бер ни белмәй. Полицияға мөрәжәғәт иттек, ғариза яҙҙыҡ».
Ҡыҙҙы өйҙә ике йәшлек ҡыҙы көтә. Ул үҙе ике туған ағаһында тәрбиәләнгән, ата-әсәһе юҡ: әсәһе бер йыл самаһы элек, ә атаһы Лиана бәләкәй сағында уҡ үлгән. Хәҙер уның ҡыҙы Ишле ауылындағы туғандарында.
Апаһы һүҙҙәренсә, туғандары күрәҙәсе барған, ул иһә ҡыҙҙы ҡайҙалыр үҙ ихтыярына ҡаршы тотоуҙары ихтимал, тигән.
Лиананың ҡайҙа икәнен белгәндәрҙең бөтәһенән дә 8-937-306-05-09 йәки 8-937-362-15-85 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
Читайте нас: