+4 °С
Облачно
“Аманат” трибунаһы
19 Ноября 2020, 08:39

Башҡорт бауырһағы «Рәсәй тәмдәре» конкурсында ҡатнаша, үҙебеҙҙең брендтар өсөн тауыш бирергә мөмкин

19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем халыҡ тауыш бирә, комиссия төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең дә ҡатнашыуын иҫәпкә ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Төбәк брендтарының «Рәсәй тәмдәре» беренсе милли конкурсына Башҡортостандан 26 ғариза ебәрелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Волга буйы федераль округынан бөтәһе 100 ҡатнашыусы, уларҙың күпселеге – «Тәм-том», «Ит», «Һөт ризыҡтары» категорияларында. Конкурста үҙенең бауырһағы менән Федоровка районы «Бүләк» ауыл хужалығы етештереү кооперативы ҡатнаша. Бауырһаҡ – татлы милли ризыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: уны ҡыҙҙырыу өсөн малдың эс майы һәм иретелгән май файҙаланылған.
Шулай уҡ конкурста Бөрйән солоҡ балы, башҡорт крем-балы, ҡорот, ҡаҙы, талҡан, ҡаҡланған дөйәғош ите, Ҡариҙел үләндәре, сырҙар, минераль һыуҙар ҡатнаша.
19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем халыҡ тауыш бирә, комиссия төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең дә ҡатнашыуын иҫәпкә ала. Еңеүселәр декабрҙә иғлан ителә.
Читайте нас