+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
24 Ноябрь 2020, 19:12

Иң шәп бүләк – “Аманат”!

“Аманат” журналы редакцияһы коллективы хеҙмәткәрҙәре “Аманат”ҡа яҙылыу эстафетаһын башлап ебәрҙе.

#Аманатҡаяҙылыуэстафетаһы
“Аманат” журналы редакцияһы коллективы хеҙмәткәрҙәре “Аманат”ҡа яҙылыу эстафетаһын башлап ебәрҙе. Районда йәшәгән күп балалалы туғандарына 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына бер нисә дана “Аманат”ҡа һәм республика, район баҫмаларына яҙылып, бүләк итеүсе, журналдың бүлек мөхәррире Зөбәржәт Яҡупова, үҙ сиратында был изге эште дауам иттереүсе хеҙмәттәштәренә тапшыра.
Хәйерле сәғәттә!
Иң шәп бүләк – “Аманат”!
Тажвирустың ҡотороуы матбуғатҡа 2021 йылға яҙылыу барған ваҡытҡа тура килде. Хөрмәтле атайҙар, әсәйҙәр, олатайҙар, өләсәйҙәр, һәр саҡ беҙҙең таянысыбыҙ булған уҡытыусылар, китапханасылар! Һеҙҙе бындай ваҡытта алдынғы илдәрҙә күптән ҡулланылған ысул менән интернет аша журналға яҙылырға саҡырабыҙ, бүтәндәрҙе лә ошолай яҙылырға өндәүегеҙҙе һорайбыҙ.
“Аманат” журналына онлайн режимда RBSMI.ru, йәки Рәсәй почтаһының podpiska.pochta.ru сайттары аша яҙылырға була. Рәсәй Почтаһы аша яҙылырға теләһәгеҙ, иң тәүҙә сайтҡа инеү өсөн рәсми теркәлеү үтергә кәрәк.
Быны нисек эшләргә?
  1. “Аманат” журналының “Бәйләнештә”ге төркөмөндәге https://podpiska.pochta.ru/press/П2706 һылтанмаһы аша тура юл үтеп, Рәсәй почтаһының онлайн яҙылыу сайтына инәһегеҙ.
  2. Онлайн яҙылыу сайтында электрон почта менән телефон номерын күрһәтеп, теркәлеү үтеү мотлаҡ.
  3. Иҫәп яҙмағыҙҙы (учетная запись) раҫлағандан һуң, һатып алыу мәшәҡәттәренә күсәһегеҙ. “Эҙләү” юлында “Аманат” тип яҙып, тапҡандан һуң, һылтанма аша үтеп, баҫмаға яҙылыуҙы рәсмиләштерергә кәрәк булыр. Журналды адрес буйынса өйгә килтереүҙе һайлайбыҙ. Журналды аласаҡ кешенең адресын, фамилияһын, исемен, уҡ нисә айға икәнлеген яҙырға. Был осраҡта нисә һум икәнлеге автомат рәүештә һанап сығарыла. Түбәндә суммаһы күрһәтелгән. Шунда уҡ “Кәрзингә” тигән төймә тора. Шуға баҫып, “Кәрзин”гә инергә.
  4. “Кәрзин” эсендә журналға яҙылыуға ҡағылышлы теүәл мәғлүмәт күрһәтелгән. Түләү тик банк картаһы менән генә башҡарыла. 370 һум 08 тинде “Түләргә” тигән төймәгә баҫҡас, түләү битенә килеп сығаһығыҙ. Бында картала күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе индергәндән һуң “Түләргә” тигән төймәгә баҫабыҙ. Журналға яҙылыуҙы раҫлаусы тәҙрә килеп сыға.
  5. Исемегеҙ аҫтындағы көйләгестә “минең яҙылыуҙарым” ҡушымтаһы аша үҙегеҙҙең яҙылыуҙарығыҙҙы (яҙылыу тураһындағы квитанция, чек) ҡарай алаһығыҙ.
  6. Яҡындарыбыҙҙы , туғандарыбыҙҙы, атай-әсәйҙәребеҙҙе, айырыуса балаларыбыҙҙы ҡыуандырыу – иң ҙур сауап. Ә йәтим балалар ҡыуанһа – тау-таш һөйөнөр, ти.
    Әлеге мәлдә декабрҙең 20-ләренә тиклем “Аманат” журналына яҙылыу бара. Йәшәгән урынығыҙҙағы почта бүлексәләренә барып, йәки, өйҙән сыҡмай ғына онлайн-режимда “Аманат”ҡа яҙылайыҡ. Интернет селтәренә инеү мөмкинлеге булмағандарға “Аманат” журналына яҙылыуҙа ярҙам итәйек.
    Һәр бала “Аманат”лы булһын!
    Балалар йорттарына “Аманат”ҡа яҙылып, уларға журналды уҡыу бәхете бүләк иткән “Аманат”тың дуҫына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
    Читайте нас: