-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
24 Ноябрь 2020, 20:50

Иң шәп бүләк – “Аманат”! #”Аманат”ҡаяҙылыуэстафетаһы

“Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Йылайыр районының Суртанүҙәк ауылында йәшәгән күп балалы әсә Вәзимә Торһонбаеваға 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына “Аманат”ты яҙҙырҙы.

“Аманат” журналының бүлек мөхәррире Зөбәржәт Яҡупованан эстафетаны ҡабул итеп алып, мин, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Йылайыр районының Суртанүҙәк ауылында йәшәгән күп балалы әсә Вәзимә Торһонбаеваға 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына “Аманат”ты яҙҙырып, үҙ сиратымда, был изге эште дауам иттереү эстафетаһын хеҙмәттәштәрем “Аманат” журналының элекке баш мөхәррире, күп йылдар инде “Йәшлек” гәзитен етәкләгән Артур Дәүләтбәков менән “Тамаша” журналының етәксеһе Илшат Зариповҡа тапшырам.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ҡәҙерле балалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, китапханасылар! Кешенең кешелеге ауырлыҡ килгәндә һанала, ти. Әлеге ваҡытта, нигеҙҙә, пандемияға бәйле “Аманат”ҡа яҙылыу бик һүлпән бара. Алла бирһә, пандемия ла үтеп китер! Тормош та еңеләйер. Эйе, бөгөн күптәргә еңел түгел. Ә ҡасан һуң беҙҙең ата-бабаларыбыҙға еңел булған, әммә улар һәр саҡ башҡортлоғон һаҡлаған, рухиәтенә тоғро ҡалған! Беҙ ҙә ата-бабаларыбыҙ аманатына тоғро ҡалайыҡ! Әйҙәгеҙ, башҡорттарҙың берҙәмлеген күрһәтеп, инде 92 йылға яҡын, башҡортлоҡ рухының сығанағы булып, донъя күреп килгән “Аманат”ҡа дәррәү генә яҙылайыҡ әле!
Читайте нас: