"Бөтөн мәктәп менән - "Аманат"ҡа!" акцияһында ҡушылған Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбе "Аманат"тың диуар сәғәте һәм кубогы менән бүләкләнде. Шулай уҡ һәр синыф - "Аманат"тың Маҡтау билдәһе, һәр синыф етәксеһе Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ булды. Мәһәҙейҙәр менән осрашыуға барған баш мөхәрриребеҙ Сәлмән Ярмуллин журналыбыҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән Рәсилә Ғарифуллинаға "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе танытмаһын тапшырҙы. Мәһәҙей мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары киләсәктә лә "Аманат"ҡа дәррәү яҙылырға вәғәҙә итеп ҡалды. Ә һеҙ "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы? Арзанға яҙылыу 20 декабргә тиклем дауам итә. Өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар!