+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

91 йәшлек "Йәншишмә" менән 92 йәшлек "Аманат" кафе ғына булып ҡалыр микән?

Ошо матбуғат хеҙмәткәрҙәре, күмәкләп аҡса йыйып, подписка әлеге ваҡыттағы кеүек бик хөрт барһа, тиҙҙән ябылыуҙары ихтималлығын күҙ уңында тотоп, Аллаһ һаҡлаһын, әлбиттә, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарында эшләп килгән үҙҙәренең атамаларын йөрөткән кафеларҙы һатып алды.

Йәғни үҙҙәренә киләсәк эш урындарын хәстәрләнеләр. Бәғзе бер журналистар урындағы район гәзиттәрендә эш белешә башланыҡ.
Ғәзиз халҡыбыҙ, балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, китапханасылар, ағинәйҙәр һәм, ғөмүмән, башҡорт балалар матбуғатының яҙмышына битараф булмаған һәр кем, "Аманат" менән "Йәншишмә"нең яҙмыштары һеҙҙең ҡулда: баҫмалары ябылып, кафелары ғына тороп ҡалһа ла, йәки икеһе лә гөрләп йәшәп ятһа ла. Ҡорһаҡ аҙығын ғына уйлап, үҙегеҙҙе йән аҙығынан мәхрүм итмәгеҙ.
Әле 2021 йылдың 2-се яртыһына яҙылыусылар һаны, хатта ике баҫманыҡын бергә ҡушһаң да, бер меңгә лә тулмай. Ашығығыҙ, сөнки тиҙҙән уҡыу йылы тамамлана, ә артабан мәктәп уҡыусыларының ҡойроғон да тотоп булмаясаҡ. Ярты йылға "Аманат"ҡа яҙылыуға яҙылыу хаҡы 359 һум да 70 тин.
Читайте нас: