Өфөләге Матбуғат йорто халыҡтар менән тулды. Бында республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙың тоғро дуҫтары – уларға яҙылып, яратып уҡып барған, мәҡәләләре менән сығыш яһаған, ошо өлкәләге хәлдәрҙе күҙәтеп барған, һәр даим хәбәрҙар булған, милли телдә сыҡҡан баҫмалар яҙмышына битараф булмаған кешеләр йыйылды. Матур сараға килгәндәр араһында баш ҡала халҡы, ҡунаҡтары, матбуғат ветерандары, халҡыбыҙ араһында төрлө өлкәләге хеҙмәттәре менән танылыу яулаған билдәле шәхестәр ҙә бар.
Матур байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, "Республика Башҡортостан" нәшриәт йортоноң генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров, республиканың Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сәләмләне.
Сарала халыҡ гәзит-журналдарға яҙылды. Байрам аҙағында баҫмаларға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатылды.