-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
5 Октябрь 2021, 08:40

Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ!

5 октябрь – Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө! Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар, тәрбиәселәр һәм мәғариф ветерандары! Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ!
Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ!

Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар, тәрбиәселәр һәм мәғариф ветерандары! Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

“Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.
Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе.


Хөрмәтле уҡытыусылар! Матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!

Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ!
Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ!
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас