+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
18 Ноябрь 2021, 17:27

Һөйөнсө! Һөйөнсө! Һөйөнсө!

"Аманат"тың ноябрь (ҡырпағай) һаны юлға сыҡты!

Һөйөнсө! Һөйөнсө! Һөйөнсө!
Һөйөнсө! Һөйөнсө! Һөйөнсө!

Һөйөнсө! “Аманат”тың сираттағы ноябрь (ҡырпағай) һаны донъя күреп, почта йәшниктәренә оҙатылды ла инде. Бына-бына ҡулығыҙға алырһығыҙ, дуҫтар! Ә әлегә журналға ҡыҫҡаса ғына байҡау яһай торайыҡ.

Һәр йылды, ноябрҙең аҙаҡҡы йәкшәмбеһе (быйыл 28 ноябрь) – Әсә көнөн билдәләйбеҙ. Журналыбыҙҙың был һанында донъя күргән балалар ижады ла күберәк берҙән-бер һөйөклө кешеләренә – әсәйҙәренә – арналған.

Балалар ижады – журналыбыҙҙың йөҙөк ҡашы! Йыл дауамында барған шиғриәт, сәсмә әҫәрҙәр конкурстарына декабрь айында йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. 2022 йылда ла был конкурс үҙ эшен дауам итәсәк. Уҡыусыларыбыҙҙан хаттар көтөп ҡалабыҙ!

“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһы һеҙҙе прозаик, шағирә, тәржемәсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупованың бала сағы, үҫмер йылдары менән таныштыра. Мәктәптә алған ҡушаматы, йыландан сағылып, үлеп-терелеүе, танауына “еҫ кереп”, бер малай менән етәкләшеп-парлашып йөрөүе тураһындағы мажараларын Гөлнур Миҙәхәт ҡыҙы бик мауыҡтырғыс итеп тасуирлай. “Баҡһаң, өләсәйем, йылан тешләгән урындан ҡанымды һурып төкөргән. Үҙенең бер услам сәсен шатырҙатып йолҡоп алып,  шуның менән балтырымды өҫтәнерәк бәйләп ҡуйған да мине туғайлыҡтан йөкмәп алып ҡайтҡан...” Дауамын журналдан үҙегеҙ уҡып белерһегеҙ, дуҫтар.

Был һанда ла һеҙҙе башҡорт ырыуҙары менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Ҡатай ырыуының тарихи мәғлүмәте, әлеге көндә Башҡортостандың ҡайһы районын төбәк итеүҙәре, билдәле шәхестәре тураһында ла мәғлүмәтле булырһығыҙ.

Балалар, ә һеҙ әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандыраһығыҙмы? Республика журналдарының баш мөхәррирҙәре: Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Сәлмән Ярмуллин бала саҡтарында бик ярҙамсыл, изге йәнле булған икән. Уларҙың ҡыҙыҡлы яҙмаларын журналды ҡулығыҙға алғас, уҡып кинәнерһегеҙ.

1986-1988 йылдарҙа “Пионер” журналының баш мөхәррире вазифаһын биләүсе Даларис Ғабдуллин ағайығыҙ һеҙгә уймаҡ хикәйәләрен тәҡдим итә.

Ҡыҙҙар (малайҙарға ла ҡағыла), ә һеҙ битегеҙҙе таҙарта беләһегеҙме? Бәй! Уны ла дөрөҫ таҙартыу алымдары бар икән дә!?. Арағыҙҙа ябығып, һомғол булырға теләүселәр ҙә юҡ түгелдер?.. Был һанда үҫмер ҡыҙҙарҙың нормалар таблицаһы ла бирелгән.

“Барыҫ йылы барын сәс, һис булмаһа тары сәс!” тиҙәр. Барыҫ йылы яҡынлаша бит, дуҫтар! Яңы йылды ҡаршыларға әҙерме? Зарина Бағышаева апайығыҙ һеҙгә “Барыҫ менән арыҫлан” әкиәт-пьесаһы ла яҙған.

Рифат Йәмле Хан ағайығыҙ “Аманат” йондоҙлоғо”нда һеҙҙе “MatoorZ” төркөмөнөң матур ҡыҙҙары менән таныштыра.

“Аманат”тың “Ҡарасай һылыуы”н журналдың “Бәйләнештә”ге сайтында уҡ күреп, күптәр танығандыр. 2022 йылдың тәүге һандарында һеҙҙе 2021 йыл һылыуы менән дә таныштырырбыҙ. Бының өсөн бөгөндән “Аманат” журналына 2022 йылға яҙылып ҡуйырға онотмағыҙ. Хаҡы 379 ҺУМ 57 тин. “Аманат”ты уҡыусы ҡыҙҙарҙың барыһын да “Ай, һылыу!” конкурсында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!

“Һылыуҡай! Эйе, һиңә әйтәм, һин, һин! Әйҙә, сыҡ сәхнәгә, һинең менән бейергә теләйем,”–  тип, үлеп ғашиҡ булған артисым мине сәхнәгә етәкләп үк алып менеп китте. Оялышымдан, ҡойолоп төштөм. Билемдән ҡосаҡланы. Үҙе йырлай. Талғын ғына бейей башланыҡ...” – тип, һуңынан ошо уҡ артист менән бәхетле, мөхәббәтле ғаилә ҡороп, йәшәп ятыусы С.апайҙың һөйләгәндәрен Рифат Йәмле Хан ағайығыҙ яҙып алған. Дауамы “Мәңгелек сер” рубрикаһында.

“Мажаралы бала саҡ” конкурсына бик күп эштәр килә. Киләһе йылда ул конкурс дауам итәсәк. Был һанда Бөрйән районының Байназар ауылынан Зилиә Ҡарағолованың “Ҡасҡалаҡ ҡуяндар”ын уҡырһығыҙ.

Йә, етеп торор, тәмле нәмә күп булмай. Энциклопедияға торошло яратҡан “Аманат”ығыҙҙан айырылмағыҙ, балалар! Киләһе йылға яҙылып ҡуйығыҙ, конкурстарында ҡатнашығыҙ. “Аманат”тың тарихында ҡалығыҙ. Бергә булайыҡ!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА әҙерләне.

 

 

Һөйөнсө! Һөйөнсө! Һөйөнсө!
Һөйөнсө! Һөйөнсө! Һөйөнсө!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: