+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
17 Ғинуар 2022, 16:51

Тик алға һәм еңеүҙәргә!

Борай районының Борай ауылы 2-се гимназияның 11-се синыф уҡыусыһы Алһыу Ғәлиева 2021-2022 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты булды. Был юғары наградаға спортта, ижади эшмәкәрлектә, уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, айырыуса һәләтле балалар лайыҡ. Алһыу Бөтә Рәсәй, республика  мәктәп олимпиадаларында күп тапҡыр призер һәм еңеүсе булды.

Һәр яҡлап  һәләтле, гимназия тормошонда әүҙем ҡыҙ, беренсе синыфтан алып, тик бишле билдәләренә генә өлгәшә. Ҡуйған маҡсаттарға ирешер өсөн тик тырышлыҡ һәм белем генә ярҙам итәсәген белгәнгә лә Алһыу үҙен һәр яҡлап үҫтерә. Эшһөйәр. Гимназияла үткән төрлө сараларҙа алыштырғыһыҙ алып барыусы.

Бала саҡтан һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан ҡыҙ, спортта ла үҙ кеше. Шахмат турнирында еңеүселәр рәтендә. Волейбол менән дә яратып шөғөлләнә. Шахмат, волейбол ярыштарының мәктәп һәм муниципаль этабында призерҙар рәтендә килә.

Төрлө фәндәр буйынса төплө белем биреүсе остаздары Алһыуҙы еңеүҙәргә әйҙәй: урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ирек Хәниф улы Ғәлиев, физика, астрономия фәне буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сулпан Фәнил ҡыҙы Ғәлиева, математиканан Башҡортостандың мәғариф отличнигы Ләйсән Әхнәф ҡыҙы Ахмәтйәнова ярыштарға әҙерләй.

Алһыу быйыл урыҫ теле, математика, физика фәндәренән БДИ экзамендары бирәсәк. Теләге –  техник юғары уҡыу йортона уҡырға инеү.

Ышаныслы аҙымдар менән маҡсаттарына табан юлланған ҡыҙға уңыштар, киләсәгенең ҡояштай яҡты, йәйғорҙай сағыу булыуын теләйбеҙ!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА.

Тик алға һәм еңеүҙәргә!
Тик алға һәм еңеүҙәргә!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: