+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
18 Ғинуар 2022, 13:30

Гимназияның тырыш, тәрбиәле, яуаплы, өлгөлө уҡыусыһы

Глеб Кадынцев – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы  1-се гимназия уҡыусыһы. Ул Республика Башлығы стипендиаты.

Гимназияның тырыш, тәрбиәле, яуаплы, өлгөлө уҡыусыһы
Гимназияның тырыш, тәрбиәле, яуаплы, өлгөлө уҡыусыһы

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы  1-се гимназия уҡыусылары йыл һайын Республика Башлығы стипендиаттары исемлегенә  инә.

Гимназияла бөтөһө 1225 уҡыусы белем ала. Гимназистар төрлө предмет-ара олимпиадалар, ижади конкурстар, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Бигерәк тә Бөтә Рәсәй олимпиадаһын  үҙ итә үҫмерҙәр. Үткән уҡыу йылында олимпиаданың Региональ этабында 73 уҡыусы призер иҫәбенә инде, шуларҙың  15 – еңеүсе тип танылды.

Был  еңеүҙәргә алып килгән остаздары Тажиев Р.Р., Вәлитов И.И., Ибраһимова Г.Ф., Михеева Г.Е., Галкин Е.И., Махновский В.Н.  уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Глеб Кадынцев - 10 синыф уҡыусыһы

Глеб гимназияның тырыш, тәрбиәле, яуаплы, өлгөлө уҡыусыларының береһе.

Яратҡан фәндәре: биология, география, химия, урыҫ теле, экология. Ул уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының региональ этабында химия, урыҫ теле, экология, географиянан призер булһа, биологиянан еңеүсе. Бар уңыштарының затлыһы уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында география һәм биология фәндәренән призер булыу. Шулар менән бер рәттән Глеб  cпорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба.

Тырыш егеттең киләсәге яҡты, аҙымдарының ныҡлы булыуын теләйбеҙ!

Ныҡлы һаулыҡ, уҡыуында ҙур уңыштар теләйбеҙ!

 

Гимназияның тырыш, тәрбиәле, яуаплы, өлгөлө уҡыусыһы
Гимназияның тырыш, тәрбиәле, яуаплы, өлгөлө уҡыусыһы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: