+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
18 Ғинуар 2022, 12:40

Һәр яҡлап үҫешкән егет

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се гимназия уҡыусыһы Ришат Йәмлеханов география, астрономия, физика, математика предметтарынан юғары һөҙөмтәләргә эйә. Ул Республика Башлығы стипендиаты.

Һәр яҡлап үҫешкән егет
Һәр яҡлап үҫешкән егет

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы  1-се гимназия уҡыусылары йыл һайын Республика Башлығы стипендиаттары исемлегенә  инә.

Гимназияла бөтөһө 1225 уҡыусы белем ала. Гимназистар төрлө предмет-ара олимпиадалар, ижади конкурстар, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Бигерәк тә Бөтә Рәсәй олимпиадаһын  үҙ итә үҫмерҙәр. Үткән уҡыу йылында олимпиаданың Региональ этабында 73 уҡыусы призер иҫәбенә инде, шуларҙың  15 – еңеүсе тип танылды.

Был  еңеүҙәргә алып килгән остаздары Тажиев Р.Р., Вәлитов И.И., Ибраһимова Г.Ф., Михеева Г.Е., Галкин Е.И., Махновский В.Н.  уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Йәмлеханов Ришат, 11-се синыф уҡыусыһы. Ришат бөтөн фәндәрҙән тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Айырыуса география, астрономия, физика, математика предметтарынан юғары һөҙөмтәләргә эйә. Уҙған уҡыу йылында уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының региональ этабында география һәм физиканан призер, астрономиянан еңеүсе, XXVIII Санкт-Петербург Астрономия олимпиадаһының йомғаҡлау этабында I дәрәжә Дипломы, шулай уҡ «ФИЗТЕХ» уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында III дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Тыныс, ҡыҙыҡһыныусан, һәр яҡлап үҫешкән, үҙ фекере булған егет – ул Ришат.

Уға киләсәктә тағы ла юғары үрҙәр, йондоҙло миҙгелдәр теләйбеҙ!

Һәр яҡлап үҫешкән егет
Һәр яҡлап үҫешкән егет
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: