+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
18 Ғинуар 2022, 13:40

Телһөйәр, илһөйәр ҡыҙ Карина

Карина Сәғитова – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы  1-се гимназия уҡыусыһы. Ул Республика Башлығы стипендиаты.

Телһөйәр, илһөйәр ҡыҙ Карина
Телһөйәр, илһөйәр ҡыҙ Карина

Карина Сәғитова –  8 синыф уҡыусыһы

Карина талантлы, яуаплы, телһөйәр, илһөйәр гимназистка. Ул проект, фәнни–тикшеренеү эше, ижади конкурс, предмет олимпиадаларында ҡатнашыуҙан тыш, спорт өлкәһендә юғары күрһәткестәргә өлгәшә. 2021 йылда каратэ буйынса уҙғарылған Рәсәй беренселегендә 3-сө урын, Ырымбур ҡалаһында үткән беренселектә 1-се, 3-сө урындар, Республика беренселегендә 1-се урын яулай. Каринаға айырыуса “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы “Бирешмә” Беренсе үҫмерҙәр премияһы “Көслө бул!” номинацияһы еңеүсеһе булыу иң мәртәбәлеһе.

Талантлы, шәп ҡыҙға ныҡлы һаулыҡ, уҡыуында уңыштар теләйбеҙ. Киләсәгең гел еңеүҙәрҙән торһон!

Телһөйәр, илһөйәр ҡыҙ Карина
Телһөйәр, илһөйәр ҡыҙ Карина
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: