+13 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Ҙур уңыштар ҡаҙанған гимназист

Романов Артем Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се гимназия уҡыусыһы. Бөтөн фәндәрҙән дә тик "бишле" билдәләренә генә өлгәшә. Ул Республика Башлығы стипендиаты.

Ҙур уңыштар ҡаҙанған гимназист
Ҙур уңыштар ҡаҙанған гимназист

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы  1-се гимназия уҡыусылары йыл һайын Республика Башлығы стипендиаттары исемлегенә  инә.

Гимназияла бөтөһө 1225 уҡыусы белем ала. Гимназистар төрлө предмет-ара олимпиадалар, ижади конкурстар, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Бигерәк тә Бөтә Рәсәй олимпиадаһын  үҙ итә үҫмерҙәр. Үткән уҡыу йылында олимпиаданың Региональ этабында 73 уҡыусы призер иҫәбенә инде, шуларҙың  15 – еңеүсе тип танылды.

Был  еңеүҙәргә алып килгән остаздары Тажиев Р.Р., Вәлитов И.И., Ибраһимова Г.Ф., Михеева Г.Е., Галкин Е.И., Махновский В.Н.  уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Романов Артем, 11-се  синыф уҡыусыһы.

1-се синыфтан бөтөн фәндәрҙән тик «бишле» билдәләренә өлгәшкән Артем, алгебра, геометрия, география, экономика, йәмғиәтте өйрәнеү предметтарынан ҙур уңыштар ҡаҙанған гимназист. 2020-2021 уҡыу йылында ул уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының региональ этабында география һәм экономиканан призер, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән еңеүсе, шулай уҡ уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй “Высшая проба” йәмғиәтте өйрәнеү һәм эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре олимпиадаһында I һәм III дәрәжә Дипломдарын яуланы. Тормошта изге күңелле, ярҙамсыл, тура һүҙле Артем төрлө кимәлдә уҙғарылған ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнашырға ваҡыт таба.

Ҙур уңыштар ҡаҙанған гимназист
Ҙур уңыштар ҡаҙанған гимназист
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в