Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се гимназия уҡыусылары йыл һайын Республика Башлығы стипендиаттары исемлегенә инә.
Гимназияла бөтөһө 1225 уҡыусы белем ала. Гимназистар төрлө предмет-ара олимпиадалар, ижади конкурстар, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Бигерәк тә Бөтә Рәсәй олимпиадаһын үҙ итә үҫмерҙәр. Үткән уҡыу йылында олимпиаданың Региональ этабында 73 уҡыусы призер иҫәбенә инде, шуларҙың 15 – еңеүсе тип танылды.
Был еңеүҙәргә алып килгән остаздары Тажиев Р.Р., Вәлитов И.И., Ибраһимова Г.Ф., Михеева Г.Е., Галкин Е.И., Махновский В.Н. уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Рәхмәтуллин Рәшит, 11-се синыф уҡыусыһы.
Социаль-экономик профиль класы уҡыусыһы Рәшит тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ, биология, экология фәндәрен айырыуса яратып өйрәнә.
Һәр эшкә яуаплы ҡарау, тырышлыҡ, ныҡышмал һәм намыҫлы булыу үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай егеткә. Икенсе йыл рәттән Рәшит “Стәрлетамаҡ ҡалаһының Һәләтле балалар” абруйлы йыйынтығы исемлегендә лайыҡлы урын алып тора.
2020-2021 уҡыу йылында ғына ул юғары һөҙөмтәләргә өлгәште: ул уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының региональ этабында география, йәмғиәтте өйрәнеү һәм хоҡуҡ предметтарынан призер, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй “Высшая проба” олимпиадаһының йомғаҡлау этабында хоҡуҡ, тарих фәндәренән еңеүсе һәм I дәрәжә Дипломанты, Бөтә Рәсәй “Хоҡуҡ донъяһына” олимпиадаһының йомғаҡлау этабында призер.
Рәшиткә уҡыуында ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, барыр юлдарының тигеҙ һәм яҡты булыуын теләйбеҙ!