-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
22 Ғинуар 2022, 14:05

БЕҘ - МИЛЛЕНИАЛДАР

Алтынайҙың бөгөн кәйефе бөтөнләй төштө. Ял көнөн ул интернет селтәренән яратҡан киноһын ҡарап, дуҫтары менән яҙышып үткәргеһе килгәйне. Өләсәһе ейәнсәренең ҡырын ятып ҡына ваҡыт уҙғарыуын һис тә хупламаны. “Беҙҙең заманда йәштәр икенсерәк ине, ҡыҙҙар бәйләм бәйләп, сигеү сигеп ял итә торғайны, һис юғында әхирәттәреңде ҡунаҡҡа саҡыр” – тине ул

БЕҘ - МИЛЛЕНИАЛДАР
БЕҘ - МИЛЛЕНИАЛДАР

Ололар һәм балалар “алышы”

Алтынайҙың бөгөн кәйефе бөтөнләй төштө. Ял көнөн ул интернет селтәренән яратҡан киноһын ҡарап, дуҫтары менән яҙышып үткәргеһе килгәйне. Өләсәһе ейәнсәренең ҡырын ятып ҡына ваҡыт уҙғарыуын һис тә хупламаны. “Беҙҙең заманда йәштәр икенсерәк ине, ҡыҙҙар бәйләм бәйләп, сигеү сигеп ял итә торғайны, һис юғында әхирәттәреңде ҡунаҡҡа саҡыр” – тине ул. Заман башҡа – заң башҡа шул. Йә оло кешене тыңламай ҙа булмай...

 Кемде генә алма, бөтәбеҙҙең дә был хәл менән йөҙмә-йөҙ осрашҡаны барҙыр. Ни өсөн ололар беҙҙе аңламай, гел әрләшә икән? Был һорауға яуапты АҠШ ғалимдары Нейл Хоув менән Уильям Штраус тапҡан. 1991 йылда улар йәш айырмалары, төрлө йәштәге кешеләрҙең тормошҡа ҡарашы, рухи хазиналарҙы төрлө күҙлектән ҡабул итеүҙәрен тикшерә һәм был ғилми эштәрен “Быуындар теорияһы” тип атай.

Был теория буйынса, 20-се һәм 21-се быуатта йәшәүсе кешеләрҙе бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарайҙар. “Бөйөктәр быуыны” (1900-1923), “Аҙ һүҙлеләр быуыны” (1923-1943), “Беби-бумерҙар быуыны” (1943-1963), “Х (икс) – быуын” (1963-1984),  “Y (игрек) – быуын” (1984-2000) һәм “Z (зэд) – быуын”  (2000 йылдан алып тыуған балалар). Ғалимдар әйтеүенсә, кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре ике төркөмгә лә ҡарауы бар. Мәҫәлән, 1998-2002 йылдарҙа тыуған балаларҙа “Y – быуын”ға ла, “Z – быуын”ға ла хас холоҡ һыҙаттарын күҙәтергә була.

Ниндәй кеше ул - “Y – быуын” вәкиле?

Мәҡәләбеҙҙең башына ҙур хәрефтәр менән “Беҙ – миллениалдар” тип яҙып ҡуйғанды уҡып, аптырағанһығыҙҙыр әле. Бәғзе берәүҙәр йәһәт кенә “Гугл”ды асып, “Миллениал” һүҙенең мәғәнәһен дә табып ҡуйғандыр. Быға бер ҙә аптырайһы түгел. Сөнки “Миллениалдар” тип, компьютер технологияларының ныҡ үҫешкән мәлендә тыуған балаларҙы атайҙар. Латин теленән mille – мең тигәнде аңлата. Йәғни, 21-се быуат башында тыуған балалар ул. Улар иҫәбенә 1984-2000 йылдарҙа донъяға килеүселәр (“Y – быуын”) ҙә һәм унан һуң тыуған балалар (“Z  – быуын”) инә.

“Y – быуын” вәкиле холҡо менән үҙенән оло кешеләрҙән ҡырҡа айырыла. Ул – бер аҙ эсенә йомолған шәхес. Интернет киңлектәрендә ул таныш булмаған кешеләр менән еңел аралаша, ә реаль тормошта тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел бигүк таба алмай. Ни өсөн? Сөнки, виртуаллектә улар идеаль донъя төҙөй алалар, унда үҙҙәре теләгәнсә ҡанундар һәм ҡағиҙәләр урынлаштыралар, “Был минең донъям, һәм мин унда – батша” тигән фекер аңдарына ныҡлап һеңгән. Төрлө компьютер уйындары, “Marvel”, “DC” комикстарына нигеҙләнгән фильмдар – “игректарҙың” иң яратҡан шөғөлө. Әйткәндәй, тап шуның өсөн дә был төркөм кешеләре донъяны уйын тип белә. Бер яҡтан был насар күренеш түгел. “Игрек” һәр ҡылған эше өсөн мәрәй йыйған кеүек, уҡыуҙа ла, аҙаҡ эшкә урынлашҡас, эштә лә һөҙөмтә өсөн бөтә көсөн һала. Шуға күрә лә ул бәләкәйҙән төрлө яҡтан үҫешергә ынтыла: төрлө түңәрәктәргә йөрөй, семинарҙарға, мастер-кластарға яҙыла, ҡайҙа ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар – эләктереп ҡалырға тырыша.Сәмләнеп, дәртләнеп эшләү өсөн был быуын кешелһенә ике нәмә шарт: карьера баҫҡысы буйлап үрләү мөмкинлеге һәм мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы эш. Икенсе яҡтан – “игрек”тың самаһыҙ уйын, күңел асырға яратыуы насар ҙа. Шопинг, квестар, һуңғы моделле телефон-планшеттар – һанай китһәң, атай-әсәй кеҫәһен ярайһы уҡ таҡырайтҡан шөғөлдәр бик күп. “Игрек”тар һәр ваҡыт үҙҙәрен “мин лайыҡлы” тип һанай. Әлбиттә, бында тәрбиәле булыу-булмау ҙур роль уйнай. Аңлы бала иртә үҙаллы буырға өйрәнә, ә артыҡ иркәләүҙән шашҡандан яҡшы кеше булыр, тимә.

“Мин – батша” тигән уй ҡалабының үҫмер мейеһендә ныҡлап урын алыуында ата-әсәләрҙең дә ғәйебе барҙыр. Заманында юҡсылыҡты күреп үҫкәндәр үҙ балалаларының бөтә уңайлыҡтары булыуын теләй.  Әммә кәйеф-сафа ҡороп, уйын уйнап йәшәгән “игрек”тар депрессияға тиҙ бирелә, уларҙы яңғыҙлыҡ тойғоһо биләп ала. “Мине бер кем дә аңламай, нисек бармын – шулай ҡабул итмәй” тигән фекер уларҙы борсой. Юҡҡа ғынамы ҡайҙа ҡарама – психология буйынса консультциялар, тренингтар.

“Y – быуын” вәкилдәре тормошҡа еңел аҡыл менән бағалар, уларға бер ҡатлылыҡ, мөғжизәгә ышаныу, донъяны сағыу төҫтәрҙә күреү кеүек сифаттар хас. Улар тураһында “мәңгелек сабыйҙар” тип әйтергә лә була. Хәйер, был насар түгел бит: мөғжизәгә ысын күңелдән ышанғанда ғына ул була.

Миләүшә БАЙЕГЕТОВА әҙерләне.

БЕҘ - МИЛЛЕНИАЛДАР
БЕҘ - МИЛЛЕНИАЛДАР
Автор:Миляуша Байзигитова
Читайте нас: