-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
28 Апрель 2022, 13:21

Тырыш егет Азамат

Өфө ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 9-сы синыф уҡыусыһы Азамат Байрамов 1-синыфтан алып тик «бишле» билдәләренә генә уҡый. Информатика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы призёры. Шулай уҡ Юрий Гагарин кубогына үткән, Башҡорт дәүләт университеты ойошторған бәйгеләрҙә программалау буйынса призлы урын алған. Ә Рәсәй кимәлендә уҙған «Газпром», «Гранит науки» олимпиадаларында еңеүсе исеменә лайыҡ булған. «Милли технологиялар инициативаһы олимпиадаһы»нда ла диплом менән бүләкләнгән. 

Тырыш егет Азамат
Тырыш егет Азамат

Азамат – 9-сы, 10-сы синыфтарҙа башҡорт теле буйынса төбәк-ара бәйгелә лә призёр булған . «Тамыр» телеканалы ойошторған «Һөйләнсек» конкурсында 70 ҡатнашыусы араһынан финалға сығыусы тәүге унау иҫәбенә ингән. Әле Азамат Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә. Тырыш, зирәк егетте Рәсәй кимәлендә төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүсе исеменә лайыҡ булғаc, юғары уҡыу йорттары үҙҙәре үк уҡырға саҡыра. Азаматтың ошо йәһәттән әйтер һүҙе лә бар:

– Һәр кем 8-се, 9-сы синыфтарҙа уҡығанда уҡ киләсәктә кем булырын, ниндәй һөнәр һайларын, бының өсөн нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейеш. Ҡайһы йүнәлеш буйынса һәләтең бар, нимә күңелеңә оҡшай, үҙеңә маҡсат ҡуйып, шуға ынтылырға кәрәк. Уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирә торған олимпиадаларҙа ҡатнашыу отошло.

Бына шундай, өлгө алырлыҡ башҡорт егете ул Башҡортостан Башлығы стипендиаты Азамат Байрамов.

Сәлимә Ҡаранаева әҙерләне.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: