+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
29 Апрель 2022, 09:36

Республика Башлығы стипендиаты

Кәрим Хәйҙәров Республика Башлығы стипендиаттары араһында иң бәләкәйе. Ул Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының 4-се синыфында белем ала. Ул биш йәшенән "Шотокан" спорт клубындағы хәрби сәнғәт секцияһында шөғөлләнә. Кәрим быйыл баш ҡалабыҙҙа ойошторолған көнсығыш бергә-бер алыш төрө буйынса беренселектә бер алтын һәм өс көмөш миҙалға эйә була, олимпия әҙерлеге үҙәге үткәргән алышта бер алтын һәм бер көмөш миҙал яулай. Стәрлетамаҡта уҙған Евразия кубогына ярышта ла һынатмай бер бронза һәм бер көмөш миҙал яулай. Кушнаренко районында уҙған асыҡ республика турнирында беренселекте бер кемгә лә бирмәй.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: