-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

КӨНДӘЛЕКТӘР. 15 апрель 1959 й.

Бына тағы — онотҡанда бер — көндәлек яҙырға ултырҙым.Исмаһам, бөгөнгө көндө генә булһа ла ҡағыҙға төшөрөп ҡуяйым тип. Хәҙер элекке кеүек көндәлек яҙып ултырып булмай.Кисәме шулай — элеккегөн икән — эштән ҡайтҡас (Надя өйҙәюҡ, мәктәптә ине), нишләптер, эс бошоп китеп, элекке —мәктәптә, институтта уҡыған йылдарҙың көндәлектәрен аҡтарып ҡарай башланым. Күңел әллә нишләп нескәреп китте.Ҡасандыр бик яҡын булған, хәҙер инде күптән юғалған бер кешемдең тормошо күҙ алдыма килеп баҫты... Ул кеше, әлбиттә,мин үҙем булғанмын икән!..Ирекһеҙҙән «Ватерлоо күпере»ндә Рой әйткән Лонгфеллоның һүҙҙәре иҫкә килеп төштө:«Мысль о юности — далекая, далекая мысль». (Был һүҙҙәрҙең бөтә мәғәнәһен донъяла бер мин генә тоямдыр кеүек!..)Эйе, йәшлек тураһындағы уйҙар алыҫ, бик алыҫ уйҙар!..Үкһеп, үкһеп илағы килә — илап булмай, йөрәктән сығырлыҡкүҙ йәштәре лә ҡалмаған!..Рәми Ғарипов

КӨНДӘЛЕКТӘР. 15 апрель 1959 й.
КӨНДӘЛЕКТӘР. 15 апрель 1959 й.

Бына тағы — онотҡанда бер — көндәлек яҙырға ултырҙым.
Исмаһам, бөгөнгө көндө генә булһа ла ҡағыҙға төшөрөп ҡуяйым тип. Хәҙер элекке кеүек көндәлек яҙып ултырып булмай.
Кисәме шулай — элеккегөн икән — эштән ҡайтҡас (Надя өйҙә
юҡ, мәктәптә ине), нишләптер, эс бошоп китеп, элекке —
мәктәптә, институтта уҡыған йылдарҙың көндәлектәрен аҡтарып ҡарай башланым. Күңел әллә нишләп нескәреп китте.
Ҡасандыр бик яҡын булған, хәҙер инде күптән юғалған бер кешемдең тормошо күҙ алдыма килеп баҫты... Ул кеше, әлбиттә,
мин үҙем булғанмын икән!..
Ирекһеҙҙән «Ватерлоо күпере»ндә Рой әйткән Лонгфеллоның һүҙҙәре иҫкә килеп төштө:
«Мысль о юности — далекая, далекая мысль». (Был һүҙҙәрҙең бөтә мәғәнәһен донъяла бер мин генә тоямдыр кеүек!..)
Эйе, йәшлек тураһындағы уйҙар алыҫ, бик алыҫ уйҙар!..
Үкһеп, үкһеп илағы килә — илап булмай, йөрәктән сығырлыҡ
күҙ йәштәре лә ҡалмаған!..

Рәми Ғарипов

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: