+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
8 Сентябрь 2022, 12:44

Гимназиям – белем усағы

        Гимназиябыҙҙа быйылғы уҡыу йылында яңылыҡтар күп ҡына булыуы менән ҡыуандырҙы. Гимназиябыҙға   Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты күренекле шағирыбыҙ Рәшит Назаров исеме биреләсәге иң шатландырғаны  булғандыр, моғайын.

Гимназиям – белем усағы
Гимназиям – белем усағы

    Бына гөрләп йәмле, хуш еҫле, сәскәле һәм еләк-емешле йәй миҙгеле үтеп тә китте.

        Көҙҙөң тәүге көнөнән  илебеҙҙең белем усаҡтары  меңдәрсә уҡыусыларға үҙ ишектәрен асты. Һәр йыл һайын нисәнсе синыфҡа барһам да 1 сентябрь – Белем көнөн тулҡынланып ҡаршы алам.  Быйыл бигерәк тә -9 синыф, яуаплы осор.

        Гимназиябыҙҙа быйылғы уҡыу йылында яңылыҡтар күп ҡына булыуы менән ҡыуандырҙы. Гимназиябыҙға   Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты күренекле шағирыбыҙ Рәшит Назаров исеме биреләсәге иң шатландырғаны  булғандыр, моғайын. Атайым яҡлап Рәшит Назаровтың бабайым булғас,  тағы ла ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ өҫтәгәндәй тойолдо миңә.

        Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ  бөйөк, легендар  геройыбыҙ  Миңлеғәли Шайморатов исемен бишенселәр  йөрөтәсәк! Уларҙың сығышы байрам линейкаһына йәм, рух өҫтәп ебәрҙе. Гимназиябыҙҙың директоры Светлана Рәшит ҡыҙы Юлмөхәмәтова үҙ сығышында уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы ҡотланы. “Химия һәм физика фәндәре буйынса “Үҫеш нөктәләре “ асыласаҡ. Төплө белем алыу өсөн тырышып уҡырға кәрәк”, - тине. Өфөнән килгән ҡунағыбыҙ Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Айҙар улы  Әлибаков Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән Белем көнө менән ҡотланы. Район администрацияһынан эштәр менән идара итеүсе Фәүзиә Ғәли ҡыҙы Юламанова ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.

Байрамдың йәме булып, әлбиттә тәү тапҡыр “Белем иленә” аяҡ баҫыусылар- беренселәр булды. Быйыл гимназиябыҙҙың рәтен 22 уҡыусы тулыландырҙы. Улар үҙҙәренең матур шиғырҙары һәм күңелле йырҙары  менән  байрамға йәм өҫтәне. Линейканы Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын йырлап , байраҡтар күтәреп башлау тағы ла бер яңылыҡ ине. Флаг күтәреү уҡыу һәм спорт алдынғылары Ғабдуллин Тимур, Хәмиҙуллина Нәркәс, Иҙрисов Динар һәм миңә йөкмәтелде. Тәүге ҡыңғырауҙы спорт һәм уҡыуҙа  алдынғылыҡты бирмәүсе Назаров Байрас һәм кескәй генә  1 синыф уҡыусыһы йырсы  ҡыҙыбыҙ Аҙнабаева Әҙилә яңғыратты.

           Яңы уҡыу йылында барлыҡ уҡыусыларға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә уңыштар. Яңы ижади үрҙәр теләгем килә. Илебеҙ тыныс булып, һәр саҡ мәктәптәр шат балалар тауыштары менән гөрләп кенә торһон.

    Лиана Йәлилова,

 Ауырғазы районы,

Талбазы башҡорт гимназияһының

9-сы синыф уҡыусыһы  

Гимназиям – белем усағы
Гимназиям – белем усағы
Гимназиям – белем усағы
Гимназиям – белем усағы
Гимназиям – белем усағы
Гимназиям – белем усағы
Гимназиям – белем усағы
Гимназиям – белем усағы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: