Ансар - төп ролдә!
Толпар ауылынан Ансар Шәйәхмәтов билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” китабы буйынса төшөрөлә башлаған тулы метражлы фильмда төп ролдә уйнаясаҡ.
Ансарҙың әсәһе Ләйсән Тимерйән ҡыҙы бына нимәләр һөйләне:
Уҙған уҡыу йылының март айҙарында булһа кәрәк, улым уҡыған Красноусол башҡорт гимназия-интернатында фильмда уйнау өсөн балалар һайлап алыу – кастинг үткән. Башҡалар менән бергә Ансар ҙа ҡатнашҡан унда. Һайлап алыусылар алдында тыуған ауылы - Толпар тураһында һөйләгән. Ул ваҡытта беҙгә бер нәмә лә әйтмәне. Июндә район хакимиәтенән шылтыратып, Өфөгә барырға кәрәклеген әйттеләр.
Өфөлә “Башҡортостан” киностудияһына килдек, унда Ансарҙы төп ролгә раҫлауҙарын әйтеп, үлсәмдәр алдылар, ике ай буйы сәсен алдырмаҫҡа ҡуштылар. Июль айында 78 биттә ролдең һүҙҙәрен ебәрҙеләр. Һәм бына инде августа Иглин районының Охлебенино ауылында киноға төшөү башланды.
Төрлө эпизодтарҙы урындағы сиркәүҙә, мәктәптә төшөрҙөләр, балалар йортонда ла төшөрәсәктәр. Ауылда эш күп булһа ла, улым менән бергә килдем, уға һәм уның менән бергә фильмға төшкән балаларға күҙ-ҡолаҡ булам (башҡаларҙың ата-әсәләре килә алманы).
Ансар бәләкәйҙән бик алсаҡ, аралашыусан бала булды. Тәбиғәтте, хайуандарҙы ярата. 7 йәшенә атаһы менән кәңәшләшеп ҡолон бүләк иттек. Һандуғас исемле атын бик ярата ул, үҙе тәрбиәләй. Уның менән туристарҙы Мәмбәт ҡаяһына йөрөтә. Ошолайтып йыйған аҡсаһына , бер аҙын беҙ ҡушып, квадроцикл һатып алды. Техниканы ла бик яҡшы белә Ансар, атаһына ҙур ярҙамсы. Улыма һәм ҡыҙыма, ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа, иң мөһиме кеше булып ҡалырға, тормошта үҙ урындарын табырға, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәклеген өйрәтәм.
Киноға төшөү уға яңы тәьҫораттар менән бергә фәһемле лә, файҙалы ла тәжрибә булыр тип уйлайым.
Гөлдәр Кинйәбаева.