+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
7 Декабрь 2023, 11:43

"Аманат"лы дискотека үтте!

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында “Аманат”лы осрашыу үтте!

"Аманат"лы дискотека үтте!
"Аманат"лы дискотека үтте!

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында “Аманат”лы осрашыу үтте!

Был гимназияла буласаҡ ижади шәхестәр тәрбиәләнә. Үҙҙәре лә йыр-моң яратҡан уҡыусылар бик тә дәртле булып сыҡты. Рифат Йәмлихин ағайҙары менән бергә улар рәхәтләнеп күңел асты: йырланы, бейене, ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны. Төрлө жанрҙағы йырҙарҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙ йырлап та күрһәтте! Бына шундай һәләтле, “Аманат”ты яратҡан балалар уҡый бында!

Саранан йыйылған аҡсаға тотошлайы менән “Аманат” журналын алдырып уҡыясаҡ уҡыусылар. Бына шулай, “Аманат” менән күңелле байрамда осрашып, уйындар уйнап, бейеп-йырлап, “Аманат”лы булды гимназистар!

Үҫмер балалар менән осрашыу беҙгә лә бик күңелле булды. Киләһе “Аманат“ҡа яҙылыу осоронда ла осрашырға, был байрамды дауам итергә һөйләшеп, хушлаштыҡ.

Гимназия директоры Ринат Риф улы Халиковҡа, директор урынбаҫары Зимфира Рәшит ҡыҙы Ғирфановаға, “Аманат”тың яҡын дуҫы, Республика һәм Халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе йырсы, ҡурайсы Рифат Йәмлихинға, барлыҡ уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

“Аманат”лы булайыҡ!

"Аманат"лы дискотека үтте!
"Аманат"лы дискотека үтте!
"Аманат"лы дискотека үтте!
"Аманат"лы дискотека үтте!
"Аманат"лы дискотека үтте!
"Аманат"лы дискотека үтте!
Автор:Аманат
Читайте нас: